

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, 25 майҙа Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле ауылында республикалағы өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү буйынса дүртенсе дәүләткә ҡарамаған пансионат ишектәрен асты.
"Башҡортостан Рәсәйҙәге өлкән йәштәгеләр өсөн йорттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын тормошҡа ашырасаҡ беренсе төбәккә әйләнде. Был – дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын тормошҡа ашырасаҡ дүртенсе пансионат", - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Татар Һаҫыҡкүле ауылындағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн “Изге йорт” пансионаты майҙаны 1500 квадрат метр тирәһе тәшкил иткән элекке мәктәп базаһында урынлашҡан. Ул 32 койка урынлыҡ: 17-һе закондарға ярашлы мохтаж итеп танылған граждандарға бирелһә, 15-е түләүле. Мохтаж тип танылған граждандарға бюджет урындарын финанслау күләме йыл һайын 2,9 миллион һум тәшкил итәсәк.
Концессионер тарафынан 7,5 миллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән һәм, килешеүгә ярашлы, бинаны тергеҙеү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса бурыстар тормошҡа ашырылған.
"Койка урындарының бер өлөшө республика бюджетынан финансланһа, закондарға ярашлы, мохтаж тип танылғандарға бирелһә, бер өлөшө түләүле буласаҡ. Бындай проекттар йыш ҡына юғарыраҡ күләмле хеҙмәтләндереүгә эйә булырға теләгәндәрҙең проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ ҡыла. Өҫтәүенә, был – эш урындары ла. Пансионатта башланғыс этапта 13 эш урыны барлыҡҡа килде", - тип белдергән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Ошондай уҡ проекттар Мишкә районының Ирсай (шәхси пансионат, концессионер - “Ғаилә” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге), Кушнаренко районының Шәрип ауылында (шәхси пансионат, концессионер - “Ышаныс-К” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге) бар.
Фото: pravitelstvorb.ru