Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Май 2022, 19:00

Яңғыҙ түгеллегеңде белеү ҙә бәхет...

Ҡарттар йортона Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк тәрбиәләнеүселәре  килеүе бындағы тыныс мөхитте йәнләндереп ебәрҙе  

Яңғыҙ түгеллегеңде белеү ҙә бәхет...
Яңғыҙ түгеллегеңде белеү ҙә бәхет...

Республиканың “Именлек” геронтология үҙәгендә ойошторолған осрашыу  яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә күңел йылыһы, иғтибар, ҡыуаныс тойғоһо бүләк итһә, ә етем балаларға ихлас аралашыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре  был йөкмәткеле  осрашыуҙың  шаһиты булған. 

Ҡарттар йортона Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк тәрбиәләнеүселәре  килеүе бындағы тыныс мөхитте йәнләндереп ебәргән.  Һүҙ юҡ, геронтология үҙәгенә артистарҙың эҙе һыуынмай, килеп торалар, ә шулай ҙа балалар ҡатнашлығында үткән сара үҙенсәлекле.  Осрашыуҙа ҡатнашҡан ике быуынды  яҙмыш уртаҡлығы, туғанлыҡ,  яңғыҙлыҡ, ғаилә йылыһынан мәхрүм булыу  берләштерә. Бәлки, шуғалыр ҙа, тамаша кисерештәрһеҙ үтмәй.

 Өләсәй-олатайҙар тәрбиәһен күрмәгән балалар ҡарттар йортона ҡыуаныс-өмөт нуры тарата, концерт менән сығыш яһай. Өлкәндәргә  был донъяла әллә ни  күп тә кәрәк түгел,  яңғыҙ түгеллектәрен  тойоу ҙа бәхет.

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Ольга Котельникова әйтеүенсә,  бындай ихлас осрашыуҙарҙың изге йолаға әүерелеренә, башҡа социаль учреждениеларҙа ла үтәсәгенә  ышаныс бар. Был юлы өлкәндәрҙең һәм балаларҙың бер өҫтәл артында ултырып сәй эсеүҙәре, яҡындан аралашыуы, ололарҙың ҡулынан күңел йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаштарын алыу ғүмерҙә  онотолмаҫ иҫтәлек булып ҡаласаҡ.

Фото:Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: