Рәсәйҙә һуңғы ике йылда балаларға ике пособие булдырылды. Береһе өс йәштән – ете йәшкә, икенсеһе һигеҙ йәштән 17-гә тиклем. Түләүҙәр төрлө булһа ла, уларҙы түләү шарттары, иҫәп, суммалар берҙәй. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған иң ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә.
“Кемдең пособие алыуға хоҡуғы бар?”
Айлыҡ түләүҙәрҙе бөтә ғаиләләр ҙә ала алмай. Өс шартты үтәргә кәрәк. Береһе генә лә үтәлмәһә лә, түләүҙән баш тартасаҡтар.
Беренсенән, ғаиләнең бөтә бәлиғ булған ағзаларының даими рәсми килеме булырға тейеш, әммә уның дөйөм күләме ғаиләнең бер ағзаһына иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан кәм булыуы мотлаҡ. Йәғни ғаилә аҙ килемле булырға тейеш.
Икенсенән, ғаиләгә бер фатирҙан, бер машинанан артығыраҡ мөлкәт теркәлмәҫкә тейеш. Был “мохтажлыҡ күрһәткесе” тип атала, уға тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Өсөнсөнән, ата-әсәнең һәм баланың Рәсәй гражданы булыуы һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәүе шарт.
Түләүҙәр бер йылға тәғәйенләнә. Уларҙы алыуға хоҡуҡ балаға өс йәш тулыу менән башлана һәм 17 йәш тулыу менән туҡтала.
“Беҙгә күпме аҡса тейеш?”
Башҡортостанда башланғыс сумма – һәр балаға 5339,5 һум. Әгәр ғаиләнең килеме ошо сумма менән бергә иҫәпләгәндә йәшәү минимумына барып етмәһә, түләү 8009, 25 һумға тиклем үҫәсәк. Әгәр ҙә килем ошонан һуң да йәшәү минимумына тиңләшмәһә, һәр балаға түләү 10 679 һум тәшкил итәсәк.
Шуныһы мөһим: өс йәштән ете йәшкә тиклемге түләүҙәрҙә “тарификация” көндәр буйынса бара, әгәр баланың тыуған көнө 15-се көндә булһа, беренсе һәм аҙаҡҡы ай өсөн сумманың яртыһын ғына аласаҡһығыҙ. Һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге түләүҙәрҙе ай буйынса иҫәпләйҙәр. Баланың ниндәй көндә тыуғаны, ғаризаны ҡасан биреүегеҙ мөһим түгел, һеҙ аҡсаны тулы күләмдә аласаҡһығыҙ. Был ике программаның берҙән-бер айырмаһы.
“Мин ғаризаны апрелдә үк биргәйнем. Ни өсөн түләмәйҙәр?”
Ҡағиҙә буйынса, заявканы ҡарауға 30 эш көнө бирелгән. Был пособиелар яңы индерелгәнгә, уны алыусылар һаны 175 меңдән ашыу булғанға күрә, бөтә заявкаларҙы ла эшкәртеп өлгөрә алмайҙар. Борсолмағыҙ, тейешле сумманы мотлаҡ аласаҡһығыҙ. Аҡса бүленгән, айырым иҫәптә ята.
Шуныһы мөһим: һеҙ һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге пособиеларға ғаризаны июндә бирһәгеҙ ҙә апрель һәм май өсөн түләүҙәрҙе барыбер аласаҡһығыҙ. Хатта ғариза яҙыуҙы 1 октябргә тиклем һуҙһағыҙ ҙа аҡса киләсәк – шунда уҡ ярты йыл өсөн.
Фото:9111.ru