

25 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы Президиумының халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты. Уны ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.
Ултырыштың башында дәүләт башлығы быйыл 1 июндән хеҙмәткә түләүҙең минимиаль күләменең, йәшәү минимумының һәм пенсия түләүҙәренең 10 процентҡа артыуы тураһында белдерҙе. Ул 1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияларын 8,6 процентҡа индексациялау хаҡында ла хәтергә төшөрҙө. Тимәк, пенсияның артымы былтырғы кимәленә ҡарата 19,5 процент тәшкил итәсәк.
– Эксперттар баһалауынса, инфляция үҫеше әкренәйгән, – тине Владимир Путин. – 2022 йыл йомғаҡтары буйынса – һәр хәлдә беҙ шунан сығып эш итәбеҙ – ул 15 проценттан артмаҫ.
Рәсәй Президенты билдәләүенсә, эш хаҡын йылдам арттырыу сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу мөһим.
– Беҙҙең төп бурыс – граждандарҙың килеме йәшәү минимумы кимәленән байтаҡҡа юғарыраҡ булһын өсөн хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен артабан да арттырыу, – тине ул.
Дәүләт советы Президиумы ултырышында ҡатнашыусылар халыҡтың төрлө категорияларына, атап әйткәндә, аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын киңәйтеү буйынса башланғыстарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.
Ултырыштан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press