20 майҙа Серафимовка балалар йорт-интернатында Башҡортостан Республикаһы ижтимағи ойошмалары вәкилдәре булды.
“Барьерҙарҙы емереп” үҙәге директоры, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе Алина Хәбирова был сәфәрҙең инициаторы булды. Сарала башҡа йәмәғәт вәкилдәре лә – “Юғалтыуҙарға юҡ” хәйриә фонды, “Өфө хосписы” рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше буйынса совет ағзаһы Радмила Сурначева, “Содействие” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Бөтә Рәсәй инвалид балалар ата-әсәләре ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Людмила Сахапова ҡатнашты.
- Бында иҫкәртмәй сыҡтыҡ, - ти Алина Саримовна. – Был планлы йәки планлы булмаған сәфәр түгел, хеҙмәттәштәребеҙ менән кәңәшләштек тә килдек.
Үҙенә таныш булмаған ҡатындарҙы күргән һаҡсы ныҡ һаҡланы, ә фойела икенсе корпусҡа китеп барған шәфҡәт туташы Земфира Һаҙыева тап булды һәм беҙҙең килеүебеҙгә аптыраны. Барыбыҙ ҙа бахилы һәм битлек кейгәс, директор Алмаз Низамиевтың да йөҙөндә ғәжәпләнеүҙе күрҙек, әммә ҡайһы бер йәмәғәт вәкилдәрен күргәс, еңел һулап ҡуйҙы.
Бинаға ингәс тә бар ерҙә - коридорҙарҙа, уйын һәм йоҡо бүлмәләрендә, хеҙмәт биналарында һәм ашханала - таҙалыҡ һәм тәртип күҙгә салынды. Стеналарҙа талантлы рәссам тарафынан яҙылған картиналар эленгәйне. Төҫтәр сағылышы, бер үк стилдең һаҡланыуы һөҙөмтәһендә әле бында уңайлы һәм төрлө үҫемлектәрҙән торған оранжерея бар. Бихисап, төрлө уйынсыҡтарҙың һаны иҫте китәрҙе, төрлө китаптар күп. Балаларҙың беҙгә тәьҫир итеүе лә һоҡландырҙы, беҙгә шиғыр һөйләп маташтылар, бармаҡтары менән нисә йәш икәнлеген күрһәттеләр, тубыҡтарбыҙға ҡыйыу ғына ултырҙылар, уйынсыҡтары менән бүлештеләр һәм йөрәккә үткес итеп ҡосаҡланылар.
Серафимовка балалар йорто-интернатына 4 йәштән 25 йәшкә тиклем аҡыл йәһәтенән зәғиф балалар килә. Бөгөн бында 262 бала бар. Уларҙың 135-е – етем, 79-ының ата-әсәһе бар, 65-е 18 йәште уҙған.
Бында балалар йоҡлай, туҡлана, уйнай ғына түгел, тәрбиәләнеүселәрҙең көндәлек мәшғүллеге “шәхси теҙмә” рәүешендә күрһәтелгән, унда бала менән реабилитация эшенең барлыҡ йүнәлештәре иҫәпкә алына. Бөтә пландар һәм программалар төҙөлә, менталь, психофизик йәһәттән һәм башҡа күп кенә үҫеш айырымлыҡтары булған тәрбиәләнеүселәр белгестәрҙең методик материалдары нигеҙендә төҙөлә. Барлыҡ пландар, программалар методик совет кәңәшмәһендә ҡарала һәм педагогик совет тарафынан раҫлана.
Бөгөн ойошмала “Изгелек” (паллиатив), адаптация һәм тәрбиә эше, 18-25 йәшлек инвалидтарҙы реабилитациялау, ҡабул итеү һәм медицина-социаль реабилитациялау бүлексәләре бар. Балалар менән логопедтар, психологтар, дефектологтар һәм башҡа белгестәр эшләй. Бында хореография, ҡорамалдар менән йыһазландырылған 27 класс, компьютер кабинеты, социаль-көнкүреш реабилитациялау кабинеты бар. Айырым күнекмәләрҙе эшләтеү өсөн урындағы балалар баҡсаһынан белгестәр килә. Күп функциялы туғыҙ заманса спорт модулле реабилитация кәрәк-яраҡтары һәм ҡорамалдар булған спорт залы бар. Үҫмерҙәр өсөн ике тегеү һәм бәйләү оҫтаханаһы асылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, йорт-интернаттың матди-техник базаһы ярайһы кимәлдә.
Интернат директоры Алмаз Низамиевтан ошондай етди тәьмин ителештән һуң проблемаларҙың булыу мөмкинлеге тураһында һорашабыҙ.
- Мөмкин, - тип дөрөҫөн таный ул. – Һуңғы тапҡыр биналарҙы ремонтлауҙы финанслау 2020 йылдың ғинуарында булғайны. Йылына икешәр блок бина ремонтлайбыҙ. Күреүегеҙсә, көслө ямғырҙарҙан һуң ашханалағы түбә таҡтанан һыу ағып төшкән. Участкаларға түшәлгән асфальт йәмһеҙләнгән, балаларҙы коляскаларҙа йөрөтөү уңайлы түгел. Кадрҙар менән проблема бар. Штат тулыһынса булһа, көнө буйына һәр баланы ҡулда йөрөтөр инек. Хеҙмәткәрҙәр менән 70 процентҡа ғына тәьмин ителгәнбеҙ. Уларҙың 64 проценты – медицина хеҙмәткәрҙәре менән, 72 проценты – педагогик хеҙмәткәрҙәр менән. Ирекмәндәр менән эшләргә әҙербеҙ, йәй көнө улар беҙгә йышыраҡ килеүсән.
Һәм һуңғы йылдарҙа Роспотребнадзор, прокуратура тикшереүҙәренән һуң һорауҙар булманы. Ковид ваҡытында махсус костюмдарҙа йөрөргә мәжбүр булдыҡ. Ҡаты карантин осоронда кем генә беҙҙең биләмәгә килергә теләмәне. Әлбиттә, быға ҡаршы булырға мәжбүр инек.
79 баланың ата-әсәһе барлығы, ҡалғандарының етем икәнлеге йәки ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе йәки уларҙан бала табыу йортонда уҡ баш тартыуҙары тураһында иҫкәртәйек.
- Ябай тормоштағы кеүек, төрлө ата-әсәләр бар, - тип һөйләй өлкән шәфҡәт туташы Земфира Һаҙыева. – Балаларының үҫеүен күҙәтеп барғандары ла бар: йыш ҡына киләләр һәм уның менән бергә булалар. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре менән, дәүләт тарафынан балалар тулыһынса тәьмин ителһә лә, бүләк һәм күстәнәс килтерергә тырышалар. Әлбиттә, уларҙың осрашҡан ваҡытын бер ниндәй хис менән дә аңлатырлыҡ түгел. Атай йәки әсәй ҡулына алғанда, паллиатив бала шымып ҡала һәм тыңлай. Ата-әсәләрҙең генә түгел, беҙҙең күҙгә лә йәш эркелә.
Килеү мөмкинлеге булмаһа, ата-әсәләр һәр ваҡыт шылтырата һәм уңыштары менән ҡыҙыҡһына йәки телефондан видео буйынса шылтырата. Күп ата-әсәләр балаларының бында мөмкин тиклем оҙағыраҡ булыуын теләй, сөнки тулыһынса реабилитациялау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, тип иҫәпләйҙәр һәм беҙгә рәхмәт әйтәләр.
- Балаһы менән бер тапҡыр ҙа ҡыҙыҡһынмағандар ҙа бар, әлбиттә, - ти шәфҡәт туташы Гөлнара Дәүләтхужина. – Был – уларҙың һайлауы һәм бының менән уларға йәшәргә. Ата-әсәне һайламайҙар, ә балалар бала инде – һәр береһенең һөйгөһө һәм һөйөлгөһө килә. Һәм балалар көтә: тәҙрәгә йәки ишеккә ҡарайҙар, әсәһе килһә, тупһанан уҡ: “Нисек мин һине яратам! Нисек мин һине һағындым!” – тип ҡысҡыралар. Ҡосаҡлашыуҙар, аралашыуҙар һәм иғтибар – бына ошоно көтә улар. Ә ҡалғандарының бөтәһе лә бар уларҙың. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙе әсәй тип атайҙарҙыр? Тубығын дауалағандарҙы, йәлләгәндәрҙе, ашарға әҙерләгәндәрҙе, ашатҡандарҙы, йыуындырғандарҙы һәм таҙаны кейендергәндәрҙе. Күп нәмәгә өйрәткәндәрҙе һәм төнгөлөккә әкиәт һөйләгәндәрҙе, ҡосаҡлағандарҙы һәм һәр саҡ яратҡандарҙы. Йылдар буйына сирен уртаҡлашҡандарҙы һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булғандарҙы. Бер нәмәгә ҡарамай. Уның барлығы өсөн генә. Һәм был үҙ-ара һөйөү бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай, ғәҙәти ғаиләләге кеүек, оҙаҡҡа һуҙыла. Хатта 20 йыл үтһә лә, тәрбиәләнеүселәребеҙ беҙгә яҙа, шылтырата һәм ауыр бала сағында бергә булғандарҙан, һаҡлағандарҙан кәңәш һорай..
- Серафимовка балалар йорт-интернатында беренсе тапҡыр булдым, - тине Алина Хәбирова. – Унда ысын эште, иғтибарҙы күрҙем, һәр баланың уңайлы карауаты һәм шәхсән көн теҙмәһе бар. Яҡшы хеҙмәткәрҙәр, мотлаҡ уйынсыҡтар, тәрбиәләнеүселәр менән шөғөлләнеү өсөн ҡулайламалар. Планлаштырылған тактиль майҙансыҡ урыны менән таныштым. Балалар йорто тураһында тик яҡшы тәьҫораттар ҡалды.
- Һуңғы ике айҙа Серафимовка балалар йортона – икенсе тапҡыр сәфәрем, - тине Радмила Сурначева. – Тәрбиәләнеүселәр насар йәшәй, тигән тойғо ҡалманы. Бер балала ла күгәренеү, яра эҙҙәре күрмәнем. Балалар аралаша һәм ҡурҡмайҙар. Дөйөм алғанда, паллиатив балаларға бында урын түгел. Был насар мөғәләмәнән түгел, ойошма социаль, ә был хәлдә балаларға даими медицина күҙәтеүе аҫтында булырға кәрәк. Етәкселек менән хеҙмәткәрҙәрҙең бәйләнешкә, бергәләп эшләүгә әҙерлеге ҡыуандыра.
Белешмә өсөн. Рәсми статистика булмағас, илдә күпме паллиатив балаларҙың барлығы хаҡында бер кем белмәй. “Балалар паллиативы” хәйриә фонды һәм Балалар һаулығы фәнни үҙәге иҫәпләүе буйынса, Рәсәйҙә кәмендә 180 мең бала паллиатив ярҙамға мохтаж.
Гүзәл Ибраһимова, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге матбуғат хеҙмәте.
Автор фотолары.