Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө! Пенсия арта!

Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, уртаса пенсия күләме 19 мең 360 һум тәшкил итәсәк.

Һөйөнсө! Пенсия  арта!
Һөйөнсө! Пенсия арта!

Рәсәй Президенты  Владимир Путин йәшәү минимумының 10 процентҡа арттырыласағын иғлан итте. Закон проекты 1 июндән көсөнә инәсәк. Уртаса ул ил буйынса 13 мең 919 һум тәшкил итәсәк.

 Бына тыш, ил етәксеһе Дәүләт советы президиумы ултырышында 1 июндән эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 10 процентҡа артасағын белдерҙе. Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, уртаса пенсия күләме 19 мең 360 һум тәшкил итәсәк.  1 июлдән хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле лә 10 процентҡа арттырыла. Ул айына 15 мең 279 һумға тиклем етергә тейеш. Граждандарға ғариза яҙыу кәрәкмәй, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.

Фото:Fb.ru

 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в