Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Май 2022, 09:34

Балалар пособиеһы хаҡында

Түләүҙәр тураһында аңлатабыҙ.

Һуңғы ике йылда Рәсәйҙә ике яңы балалар пособиеһын ғәмәлгә индерҙеләр, башта – өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарға, әле иһә – 8 – 17 йәштәгеләргә. Ҡағыҙҙа түләүҙәр төрлө булһа ла, уның шарттары, иҫәп-хисап һәм күләме    бер үк. Һәр балаға 5339,5 һумдан 10679 һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре менән бергә иң ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

 

Пособиеға кем хоҡуҡлы?

Айлыҡ түләү бөтә ғаиләләргә лә бирелмәй, өс шарт бар. Уларҙың береһе генә лә үтәлмәгән осраҡта пособие түләнмәй.

Беренсенән, ғаиләләге бәлиғ булған бөтә ағзаларҙың даими рәсми килеме булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта, дөйөм алғанда, был килемдең ғаиләләге бер ағзаға уртаса алғанда йәшәү минимумынан түбәнерәк, йәғни ғаилә аҙ тәьмин ителгән булыуы шарт.

Икенсенән, ғаиләгә бер генә фатир, бер генә машина һәм башҡа мөлкәт теркәлә ала. Был “мохтажлыҡ критерийы” тип атала, уның турала түбәндәрәк һүҙ йөрөтөрбөҙ.

Өсөнсөнән, ата-әсә лә, бала ла Рәсәй гражданы булырға һәм Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәргә тейеш.

Түләүҙәр бер йылға тәғәйенләнә. Уны алыу хоҡуғы сабыйҙа өс йәш тулған көндән башлана һәм 17 йәш тулған көндә тамамлана.

Беҙгә күпме аҡса тейеш?

Башҡортостанда һәр балаға башланғыс сумма – 5339,5 һум. Ошо аҡсаны иҫәпкә алып, ғаилә килеме йәшәү минимумына етмәһә, түләү күләме 8009,25 һумға тиклем арта. Ошо рәүешле лә килем йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, пособие һәр балаға  10679 һумға етә. 

Шуныһы мөһим: өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарға түләүҙә “тарификация” көндәр буйынса билдәләнә, йәғни сабыйҙың тыуған көнө айҙың 15-ендә икән, беренсе һәм һуңғы айҙа пособиеның яртыһы ғына түләнә. Ә һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемгеләргә пособиены айҙар буйынса иҫәпләй­ҙәр. Ғаризаны ҡасан яҙыуға һәм баланың тыуған көнө ҡасан булыуға ҡарамаҫтан, түләүҙе тулы күләм­дә алаһығыҙ. Был – ике програм­маның берҙән-бер айырмаһы.

Ғаризаны апрелдә үк тапшырҙым. Ниңә әлегә тиклем бер нимә лә алманым?

Ҡағиҙә буйынса, ғаризалар 30 эш көнөндә ҡарала. Ғәҙәттә, эш йылдам бара, ләкин 8 – 17 йәшлектәргә түләүҙәр яңы ғәмәлгә индерелде, яҡынса иҫәп-хисап буйынса, уны 175 меңдән ашыу ғаилә ала һәм бөтә ғаризаларҙы тиҙ арала ҡарау еңелдән түгел. Әммә борсолорға урын юҡ, тейешле түләүҙе һәр кем мотлаҡ аласаҡ. Аҡса бүленгән, ул айырым иҫәптә ята һәм ваҡыт еткәнен көтә.

Шуныһы мөһим: һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балағыҙға пособие алыуға ғаризаны июндә тапшырһағыҙ ҙа түләүҙе апрель, май айҙарына ла алаһығыҙ. Ғариза яҙыуҙы 1 октябргә тиклем “һуҙырға” була – әгәр документты сентябрҙә тапшырһағыҙ, аҡсаны тотош ярты йыл өсөн алаһығыҙ (апрелдән сентябргәсә), әгәр 2 октябрҙә ғариза яҙһағыҙ, пособие октябрь өсөн генә түләнә.

Ғаиләнең килеме нисек иҫәпләнә?

Ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләү өсөн ғариза биргән айға тиклемге дүрт айҙы, унан йәнә бер йылды алалар. Мәҫәлән, ғаризаны быйыл 1 майҙа тапшырғанһығыҙ, тимәк, 2021 йылдың ғинуарынан декабренә тиклемге килемде иҫәпләйҙәр. Был осорҙа ғаиләнең 18 йәштән өлкәнерәк бөтә ағзаларының законлы килеме – эш хаҡы, бизнестан табышы, пенсияһы йәки стипендияһы булырға тейеш.

Әммә был ҡағиҙә ҡағылмаған граждан категориялары ла бар. Мәҫәлән,

l атай йәки әсә баланы яңғыҙ тәрбиәләй;

l ғариза биреүсенең ғаиләһе ишле.

Шулай уҡ әгәр ғаилә ағзаһы:

l мәшғүллек хеҙмәтендә теркә­леп, эш эҙләгән (иң күбе алты ай);

l өс йәшкә тиклемге баланы ҡараған;

l инвалидты йәки 80 йәштән өлкән пенсионерҙы ҡараған;

l 23 йәштән кесерәк, вузда йәки колледжда көндөҙгө бүлектә уҡып, стипендия алмаған;

l өс айҙан күберәк ваҡыт (өҙлөкһөҙ) ауырыған һәм эшләй алмаған;

l армияла хеҙмәт иткән (демобилизацияланғас, өс ай эшләмәгән);

l колонияла яза срогын тултырған, унан сыҡҡас, өс ай эшләмәгән;

l ғариза биргән көнгә 12 аҙнанан күберәк йәки иҫәпләнгән осорҙа алты айлыҡ (унан күберәк) ауыры булған.

Килем йәшәү минимумы дәүмәле менән сағыштырыла, 2022 йылда ул 11009 һумға тиң. Әйткәндәй, ғаиләләге һәр ағзаның килеме һалым тотолғанға тиклем иҫәпләнә.

Шуныһы мөһим: быйыл ғәмәлдәге шарттар арҡаһында ғаиләнең дөйөм килемен билдәләгәндә 1 марттан эшен юғалтып, мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә торғандарҙың эш хаҡы иҫәпкә алынмай. Әммә балалар пособиеһын бер йылға түгел, ә алты айға тәғәйенләйәсәктәр.

“Нимә ул “мохтажлыҡ критерийы”?

Хәҙер пособиены иҫәпләгәндә ғаиләнең күпме аҡса эшләүенә генә түгел, шулай уҡ уның мал-мөлкәтенә лә иғтибар итәләр, сөнки ҡайһы берҙә тотош ғаилә бер ерҙә лә рәсми эшләмәй, шул уҡ ваҡытта әллә нисә фатиры бар, ҡиммәтле автомобилдәрҙә елдерә, ә ҡағыҙҙа аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә.

Әйткәндәй, мөлкәттең бөтәһенә лә – йортҡа ла, фатирға ла, дачаға ла, кәмәгә лә, машинаға ла хужа була алаһығыҙ, иң мөһиме – һәр пунктта билдәләнгән лимит сигенән ситкә сыҡмаҫҡа (инфографиканы ҡарағыҙ).

Шуныһы мөһим: күсемһеҙ милек ғаиләгә социаль ярҙам сараһы булараҡ тапшырылһа, ул иҫәпкә алынмай. Инвалид кеше йәшәгән ғаиләләрҙә ике машина йәки мотоцикл теркәлеүе мөмкин. Фатир йәки дача ҡулға алынһа, ә машина эҙләүҙә булһа, пособие билдә­ләгәндә бындай мөлкәт шулай уҡ иҫәпкә алынмай.

Ҡайҙа барырға һәм ниндәй документтар кәрәк?

Ғаризаны тапшырырға була:

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша;

үҙегеҙ өсөн уңайлы күп йүнәлешле үҙәк бүлексәһендә;

социаль ярҙам учреждениеһы филиалында (өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләү буйынса) йәки Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә (һигеҙ йәштән 17 йәшлектәргәсә түләү буйынса).

Шуныһы мөһим: тапшыры­лырға тейешле документтарҙың берҙәм исемлеге юҡ, улар һәр ғаиләнең хәл-шарттарына бәйле. Уларҙы асыҡлау өсөн башта “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратып, кәңәшләшергә тәҡдим итәбеҙ: өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие юллау өсөн телефон – +7(347)200-80-80, һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклем­геләргә түләүҙе алыу өсөн телефон – 8-800-600-0000.

 

Станислав ШАХОВ, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: