Башҡортостандың төҙөлөш материалдары етештергән иң ҙур предприятиеларының береһе – “Өфө гипс компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республика ҡаҙнаһынан субсидия иҫәбенә хеҙмәт урындары булдырған һәм биш инвалидты эшкә урынлаштырған.
Дөйөм алғанда, предприятиеға ошо маҡсатҡа 539 мең һум аҡса бүленгән. Ғөмүмән, быйыл һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 125 кешене эшкә урынлаштырыу планлаштырыла: ошо ниәттә 11 миллион һум аҡса бүленәсәк (былтыр 10,8 миллион һум бүленгән).
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендәге саралар уңышлы бойомға ашырылыуын дауам итә. Мәҫәлән, ошо милли проекттың “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы, ҡайһы бер категория граждандарына профессиональ һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү саралары ҡаралған. 2021 йылдан алып иһә мәшғүллек хеҙмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу саралары ла күрелә. Был проект 2022 йылдан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең дәүләт учреждениеларын заманса “кадрҙар үҙәктәренә” әүерелдереүҙе күҙ уңында тота.
– Мәшғүллек үҙәктәре “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһына ярашлы эш биреүселәргә һөҙөмтәле саралар тәҡдим итә. Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән эш биреүселәргә булышлыҡ итеү һәм инвалидтарҙың мәшғүллеген һаҡлау өсөн инвалидтарға стажировка үткәреү, ойошмаларҙа махсус йыһазландырылған эш урындары асыу, йәмәғәт инвалид ойошмалары тарафынан булдырылған предприятиеларҙа инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлау тәьмин ителә. Дөйөм алғанда, ошо маҡсатҡа быйыл 37 миллион һум йүнәлтеләсәк, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Инвалидтарға эш урындары булдырып, уларҙы йыһазландырыу өсөн эш биреүселәргә – 80 – 100 мең һумға тиклем, инфраструктура өсөн 100 мең һумға тиклем сығымдар ҡаплана. Инвалидҡа эш урынында оҫта беркетеп, уға яраҡлашыу осорон үтергә ярҙам иткән өсөн дә өҫтәмә түләү ҡаралған. Махсус субсидия алған эш биреүсе был хеҙмәт урынын ике йыл һаҡларға тейеш.
Өфө гипс компанияһы етәксеһе Артём Попов ҡаланың Мәшғүллек үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен юғары баһалай.
– Эшкә алған барлыҡ кешеләр ҙә үҙҙәрен яҡшы белгес итеп күрһәтте һәм коллективта абруй яуланы. Хеҙмәттәшлек осоронда компанияла түбәндәге эш урындары булдырылды: гипс яндырыусы, әҙер продукция келәте мөдире, персоналға идара итеү белгесе, төрлө эштәрҙе башҡарыусы.
Быйыл инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса субсидияға тағы ғариза яҙҙыҡ һәм ике инвалид өсөн хеҙмәт урыны булдырасаҡбыҙ, – ти етәксе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, яҡшы һәм ул тәү сиратта илебеҙҙәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең көнкүреш кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.