Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:
“Беҙ ҡаты ауырыуға дусар булған кешеләрҙең ғаиләһенең таянысы” тип яҙылған социаль селтәрҙәге хоспис төркөмөндә https://vk.com/ufa.hospice. Республикала тәүге хосписты 2020 йылдың йәйендә төҙөргә тотонғайнылар. Учреждение быйыл эш башлаясаҡ. Ул Өфөләге "Мега" сауҙа үҙәге артында урынлашҡан.
Проект буйынса өс корпус ҡаралған: 60 урынлыҡ балалар һәм ололар бүлектәре, административ-медицина блогы. Һәр корпус өсөн ял итеү зоналары, кескәйҙәргә уйын майҙансыҡтары буласаҡ. Хоспис тулыһынса иғәнә иҫәбенә төҙөлә. Бында йәшәү бушлай.
Проектты тормошҡа ашырыуға һәр кем өлөш индерә ала. Тулы мәғлүмәт ошонда: https://ufahospice.ru/how-to-help/
Бар балаларға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош теләйбеҙ".
Сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.
Фото: видеонан скриншот.