Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
31 Май 2022, 19:00

"Айыҡ ауыл" беҙҙе бер ғаиләләй тупланы"

- Финалға сығасаҡ ауылдарҙы билдәләгәндә беҙ йыл дауамында алып барылған тотош эшмәкәрлекте баһалаясаҡбыҙ, - тине бөгөн презентацияларҙы яҡлау сараһында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

"Айыҡ ауыл" беҙҙе бер ғаиләләй тупланы"
"Айыҡ ауыл" беҙҙе бер ғаиләләй тупланы"

31 майҙа "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсын йомғаҡлау этабы башланды: унда ҡатнашыусылар үҙ презентацияларын яҡлай. Бөгөн тәүге төркөм һынау тотто.

Составына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ингән эксперт комиссияһы дүрт көн дауамында конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалаясаҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре район хакимиәттәренең заявкалары менән таныша. "Айыҡ ауыл-2021" исеме өсөн һәр райондан берәр – 54 ауыл дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауылдың әүҙемселәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша.

"Айыҡ ауыл-2021" конкурсы 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта бара – муниципаль һәм республика кимәлендә. Тәүгеһендә 1537 ауыл һынау тотто (ҡатнашыусыларҙың аҙайыуы коронавирус сәбәпле сыҡҡан эпидемиологик хәлгә бәйле). Республика этабына ингән 54 ауыл, уларҙағы халыҡ һанына ҡарап, дүрт категорияға бүленгән: "Эре тораҡ пункттар", "Ҙур тораҡ пункттар", "Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар", "Бәләкәй тораҡ пункттар". Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылдың июнендә 12 еңеүсе билдәләнәсәк – һәр номинацияла өсәр. Приз фонды – 40 миллион һум.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, конкурс йылдан-йыл камиллаша бара. "Ҡатнашыусылар үҙҙәре үк яңы форматтар эҙләп, төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы саралар үткәреп, ҡайһы бер райондар бергәләп ниндәйҙер идеяларҙы тормошҡа ашырып, күрше өлкәләрҙе саҡырып, тәжрибә уртаҡлашып, "Айыҡ ауыл"дың киңерәк майҙан алыуына ҙур этәргес бирә. Әлбиттә, презентацияларҙы яҡлау – оло хеҙмәттең бер өлөшө генә. Финалға сығасаҡ ауылдарҙы билдәләгәндә беҙ йыл дауамында алып барылған тотош эшмәкәрлекте баһалаясаҡбыҙ. Унда демографик күрһәткестәр мөһим урын биләйәсәк: тыуым нисек бара, үлем осраҡтары күп түгелме, махсус иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләр бармы, эскелек сәбәпле ҡылынған енәйәттәр теркәлмәгәнме, алкоголь продукцияһы һатыуҙан баш тартҡан сауҙа урындары булғанмы – ошондай мәсьәләләр динамикала ҡараласаҡ. Әле йомғаҡлау этабы башланды, уның барышында жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк", – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсы, төп маҡсаттарына өлгәшеүҙән тыш, тыуған Башҡортостандың төрлө яҡлы мәҙәни-тарихи палитраһын сағылдыра. Һәр презентация ҡыҙыҡлы, уникаль. Мәҫәлән, Балтас районының Мағашлы-Алматай ауылы халҡы сауҙа урындарына ҡағылышлы ҙур эш атҡарған һәм спиртлы эсемлектәрҙе 16.00 сәғәттән һуң һаттырмауға өлгәшкән. "Конкурс беҙҙең ҙур булмаған – 244 кешелек – мари ауылы халҡын шул ҡәҙәр берләштерҙе, бер ғаиләләй тупланы", – тине улар.

Благовещен районы Арҡауыл ауылында йәшәүселәрҙең көслө рухлы булыуы хайран ҡалдырҙы. Унда ни бары ҡырҡ кеше ғүмер итә, әммә мәҙәни сараларҙы даими үткәреп торалар, быйыл Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына обелиск асҡандар.

Учалы районының Ҡолош ауылы элек-электән сәләмәт тормош алып барған халҡы менән билдәле. Унда спорт секциялары һәм саралары даими уҙғарыла. Ә Шишмә районының Ябалаҡлы халҡы, республика конкурсы шарттарын үтәүгә өҫтәп, билдәле яҡташтары, Мең ырыуы башлығы, Башҡортостанды Рус дәүләтенә ирекле ҡушыуҙың башында торған Ҡәнзәфәр бейгә тыуған төйәгендә бюст та асҡан.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылы вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙа спорттың бөтөн төрҙәре лә популяр, бәләкәй балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем һәммәһе лә ошо рәүешле сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп ителгән. Бынан тыш, ҡыпсаҡтар – ижади халыҡ, улар презентация мәлендә сағыу сығыштары менән айырылып торҙо.

Конкурста ҡатнашҡан бар ауылдарҙы һанап бөтөү мөмкин түгел, әммә уларҙы бер сифат ныҡлы бәйләп тора – бөтөнөһөндә лә ғәйәт татыу, идеяларға бай, ижади, тыуған төйәгенең, балаларының киләсәгенә битараф булмаған кешеләр йәшәй.

Презентацияларҙы яҡлау киләһе көндәрҙә дауам итәсәк.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: