

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә түләүҙәр суммаһын һәм тәртибен яңыртыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был хаҡта ул “Ата-әсә даны” ордены алғандар менән осрашыуҙа белдерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
“Ата-әсә даны” ордены миҙалын тапшырғанда элек аҡсалата түләүҙәр ҡаралмағайны. Мин бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр индереү яғында. Орден өсөн 100 мең һумлыҡ түләү ҡаралды, ә миҙал өсөн түләнмәне. Мин миҙал өсөн 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе түләү индерергә тәҡдим итәм. “Ата-әсә даны” орденын тапшырғанда элекке 100 мең һум урынына бер тапҡыр бирелеүсе 500 мең һум түләү индереү яғындамын”, – тип белдерҙе Владимир Путин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алда телгә алынған орден йыл һайын ете һәм унан да артығыраҡ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла. Миҙал менән дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләләр наградлана ала.
Президент шулай уҡ СССР-ҙа ун һәм унан да артығыраҡ бала тәрбиәләгән өсөн тапшырылған “Герой әсә” исемен тергеҙергә тәҡдим итте. Бындай маҡтаулы исемгә лайыҡ булған әсәләргә бер миллион һум күләмендә түләүҙәр ҡараласаҡ.
Фото: горобзор.ру