Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Июнь 2022, 20:30

Башҡортостанда йәшәү кимәле дәүмәле арттырылды

Йән башына тура килгән йәшәү минимумы дәүләт ярҙамы сараларын билдәләгәндә граждандарҙың мохтажлығын баһалау өсөн  файҙаланыла.

Башҡортостанда йәшәү кимәле дәүмәле арттырылды
Башҡортостанда йәшәү кимәле дәүмәле арттырылды

1 июндән Башҡортостанда йән башына иҫәпләнгән йәшәү кимәле дәүмәле 12 110 һум күләмендә билдәләнде. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн – 13 200 һум, пенсионерҙарға – 11 474 һум, балалар  өсөн 11 747 һум күләмендә.

Республика Хөкүмәтенең был хаҡтағы ҡарары Башҡортостан хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документ 2022 йылдың 1 июненән көсөнә инә һәм 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.

Йән башына тура килгән йәшәү минимумы дәүләт ярҙам сараларын билдәләгәндә граждандарҙың мохтажлығын баһалау өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға айлыҡ пособие, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр билдәләгәндә ул кәрәк.

Шулай уҡ 1 июндән Рәсәйҙә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы, хеҙмәткә түләүҙәрҙең минималь дәүмәле ун процентҡа арттырыла.

Фото: Utv.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: