Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Июнь 2022, 14:29

“Ҡотҡарып өлгөрһәк, ҡыуанабыҙ”

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре  республика профсоюз ойошмаһының  VIII пленумында  Башҡортостандың иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа дипломдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһы администраторы Светлана Кривошеева “Яңы йыл профсоюз менән” тип аталған республика фотоконкурсында еңеү яуланы. Рәсәй профсоюзы­ның Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы фельдшеры Динис  Байрамғоловҡа  “СOVID-19-ға ҡаршы көрәштәге ҡаҙаныштары өсөн” тигән иҫтәлекле миҙал тапшырҙы.

Динис Байрамғолов педагогия колледжын тамамлағас, кинәт кенә яҙмышын үҙгәртмәксе була. Медицина колледжына уҡырға инә. Бына 12 йыл инде Сибай ҡалаһының “Ашығыс ярҙам” медицина хеҙмә­тендә фельдшер булып эшләй, дауахананың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

– Йоҡоһоҙ төндәргә, нервы көсөр­гәнешенә, кисергән ҡайғы-хәсрәт­тәргә,  ҡайһы саҡта ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға өлгөрә алмай үкенеү­ҙәргә ҡарамаҫтан, һөнәремдең ҡәҙерен беләм, хөрмәт итәм һәм яратам, – тине фельдшер. – Һәр ҡотҡарылған ғүмер, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам һине артабан йәшәргә, яҡшыраҡ эшләргә дәртләндерә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: