Өфө хирургтары тыумыштан бөйөрөндә кәмселеге булған 15 йәшлек пациентҡа үҙенсәлекле операция яһаған. Табиптарға яңы эндоскоп ярҙамға килгән. Уны ҡулланыу операция һәм һауығыу ваҡытын бер нисә тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән.
Үҫмерҙең һул бөйөрөндәге шеш – тыумыштан. Табиптар ҡорһаҡҡа эшләнгән өс тишек аша пациенттың ағзаларын яҡшы күрә. Дүрт сантиметр ҙурлығындағы шеш, хирургтар әйтеүенсә, бөйөрҙәге ҡан йөрөшөн боҙған. Өҫтәүенә, ул тиҙ үҫешкән.
17-се балалар дауаханаһы табиптары бер тауыштан кисекмәҫтән операция яһарға ҡарар итә. Операция өҫтәле янында торған хирургтарҙың “уң ҡулы” – яңы эндоскоп. Ул һәр ағзаны кадрҙа яҡынайтырға, алыҫайтырға йәки ракурсты алмаштырырға ярҙам итә. Тап уның булышлығында бөйөрҙәге шеште алып ташлау өсөн бер сәғәттән аҙ ғына күберәк ваҡыт талап ителгән. Иң мөһиме – операция ҡан юғалтыуһыҙ башҡарылған.
Дауахананың уроандрология бүлеге мөдире Айрат Насиров әйтеүенсә, “был – аҙ тишемле операция, бөтөнләй киҫемһеҙ тиерлек эшләнә. Асыҡ операция мәлендә йәрәхәт ҙур була. Был осраҡта ни бары өс тишем яһала, ауырыу йәһәтерәк һауыға”.
Ошо уҡ бүлексәлә эшләгән табип Александр Цырьяктың хеҙмәт стажы 30 йылға яҡын. Уның әйтеүенсә, яңы аппарат табиптарҙың мөмкинлектәрен киңәйтә. “Беҙ хирургияла ике ысулды ҡулланабыҙ. Был юлы лапароскопик ғәмәлде файҙаландыҡ. Яңы эндоскоп ярҙамында дауаханала ошоға оҡшаш ун операция яһаныҡ. Республика күләмендә был йөҙәрләгән ҡотҡарылған ғүмер тигән һүҙ”.
Ваҡытында эшләнгән диагностиканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Хәҙер яңы тыуған сабыйҙарҙың бөйөрҙәренә лә ультратауыш тикшереүе үткәрәләр.
Динә АРЫҪЛАНОВА