Сибайҙағы “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы” барышында Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең үҙәк союзы, Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте союзы араһында ике килешеү төҙөлдө.
Документтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең үҙәк союзы рәйесе Дмитрий Зубов һәм "Башпотребсоюз" рәйесе Алексей Гусев ҡул ҡуйҙы. Килешеү нигеҙендә республиканың ҡала-ауылдарында социаль-иҡтисади йүнәлештәге эштәрҙе көсәйтеү, муниципалитеттарҙа сауҙа өлкәһе инфраструктураһын күп функциялы итеп үҙгәртеү тураһында һүҙ бара.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте союзының күргәҙмә тирмәһендә лә булды һәм союз етәкселеге менән киләсәктә хеҙмәттәшлекте көсәйтеү тураһында фекер алышты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.