Үткән аҙналарҙа социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһына килгән ялыуҙарҙың иң ҙур өлөшө балалы ғаиләләргә социаль түләүҙәр темаһына арналғайны. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, был туралағы мөрәжәғәттәр кәмей башлаған.
– 30 майҙан 5 июнгә тиклем социаль хеҙмәтләндереү һәм халыҡты яҡлау мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәттәр 372-гә кәмерәк булды. Бында саралар комплексы мөһим роль уйнаны – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Пенсия фондынан коллегалар бик әүҙем эшләне. Ә Ситуация үҙәгендә был мәсьәлә буйынса колл-үҙәк булдырылғас, белгестәр туранан-тура халыҡтың ғаризаларын ҡарай башланы. Һөҙөмтәлә, шылтыратыуҙар һаны ла кәмей, көсөргәнеш тә бөтә бара, – тине ул.
Дөйөм алғанда, үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге был тема буйынса 1115 мөрәжәғәт алған.
Балалы ғаиләләргә түләүҙәргә ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә үҙ фекерен белдерҙе. Ул хәлдең тотороҡлана башлауын билдәләп, социаль хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт әйтте.
“8 июндә Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Минең социаль яҡлау һәм халыҡҡа ярҙам итеү хеҙмәттәренә айырым рәхмәт әйткем килә. Һуңғы ваҡытта уларҙың иңдәренә ҙур яуаплылыҡ төштө, бында социаль учреждениелар ҙа, мәшғүллек үҙәктәре лә, Пенсия фонды ла инә. Был ҙур хеҙмәткәрҙәр армияһы, улар алғы һыҙатта. Уларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: csn-tv.ru