Социаль мәсьәлә
6 Июнь 2022, 07:35

Луганск балаларына майҙансыҡ бүләк иттеләр

Әйткәндәй, яҡтыртыу ҡорамалдарын Ишембай ҡалаһынан алып килгәндәр.

Луганск балаларына майҙансыҡ бүләк иттеләрЛуганск балаларына майҙансыҡ бүләк иттеләр
Луганск балаларына майҙансыҡ бүләк иттеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәтенә ҡараған Петровский ҡалаһында Башҡортостан белгестәренең Донбасс халҡына һәм тыныс тормошто урынлаштырыуҙа ярҙам программаһы буйынса төҙөгән балалар уйын майҙансығын тантаналы асыу сараһы үтте.

Унда Красный Ключ ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко, Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре, ҡала халҡы, һәм, әлбиттә, сараның төп ҡунаҡтары – йәш петровсылар ҡатнашты.

– Бер аҙ ямғыр һибәләүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың бәхетле йылмайыуынан көн аяҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Петровский ҡалаһы балаларына бүләге, белгестәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тип Сергей Рабальченко бөтәһенә лә тыныслыҡ, шатлыҡ һәм именлек теләне.

Хөкүмәт Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

– Бындай матур байрам бүләкһеҙ үтергә тейеш түгел. Ошондай ауыр ваҡытта беҙҙең балалар күберәк шатланырға тейеш. Рәсәй һәр саҡ һеҙҙең менән булды һәм ҡала. Беҙҙе ҙур эштәр көтә! – тип билдәләне Азамат Абдрахманов.

Уйын комплексы төрлө йәштәге балаларға һәм ихтыяжына иҫәпләнгән. Сағыу бәүелсәктәр, каруселдәр, ҡомлоҡ, тренажерҙар, уйын биләмәһенең башҡа йыһаздары урынлашҡан майҙан 450 квадрат метр тәшкил итә, заманса технологиялар менән башҡарылған. Петровскийҙың бәләкәй граждандары кисен дә уйнай ала, бының өсөн яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Әйткәндәй, яҡтыртыу ҡорамалдарын Ишембай ҡалаһынан алып килгәндәр. Хәҙер балаларға уйнар өсөн матур урын бар. Һәр бала үҙен уңайлы һәм хәүефһеҙ тойһон өсөн майҙансыҡта бөтә саралар күрелгән.

Ҡала халҡы социаль селтәрҙә туғандаш Башҡортостан халҡына рәхмәт белдергән комментарийҙар ҡалдыра. Шуны ла билдәләргә кәрәк, был - Луганск Халыҡ Республикаһында резина ҡатламы түшәлгән тәүге балалар майҙансығы.

Уны 11 майҙа Луганск Халыҡ Республикаһына оҙатылған етенсе гуманитар конвой составында ебәргәндәр. Шулай уҡ республикаға юлдарҙы тергеҙеү һәм төҙөкләндереүҙә ярҙам итеү өсөн 28 юл эшсеһе барҙы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.      

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас