Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Июнь 2022, 16:30

Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөй ала

Был мөмкинлек менән ветерандарҙы оҙатып йөрөүселәр ҙә файҙалана ала. 

Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөй ала
Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөй ала

Башҡортостандың “Яндекс.Такси – ветерандарға” социаль проекты РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының федераль программаһына инде.

“Беҙҙең Еңеү” ойоштороу комитетының башланғысына ярашлы, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы Рәсәй төбәктәре властары һәм такси йөрөтөүселәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн бушлай сәфәрҙәр программаһын ғәмәлгә индерҙе. Башҡортостан Республикаһында проект 2020 йылда үҙ эшен башланы. Федераль программаға инеү социаль проекттың мөмкинлектәрен арттырҙы. 

- Такси менән сәфәрҙең маҡсатына ҡарамаҫтан файҙаланырға мөмкин. Ветеран менән бергә уны оҙатып барған туғандары ла йөрөй ала. Федераль бюджет иҫәбенә һәр кешегә өс мең һумға тиклем субсидиялау ҡаралған, - тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов.

Проект таксиға заказ биреүҙең яңы тәртибен дә булдырҙы. Такси хеҙмәтләндереүе хәҙер “ҡыҙыу бәйләнеш” түгел, ә ветерандарға беркетелгән Социаль координаторҙар хеҙмәте белгестәре аша бойомға ашырыла.

- Социаль координаторҙар хеҙмәте белгесе Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы тарафынан булдырылған махсус шәхси кабинетта ғариза ҡалдыра, унда таксиҙың маршрутын күрһәтә, унан һуң ветерандың йәки уның рәсми вәкиленең сымһыҙ телефонына автомобилдең ебәрелеү ваҡыты һәм дәүләт номеры тураһында мәғлүмәт килә, - тип хәбәр итте БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Яндекс.Такси” хеҙмәтләндергән зонала  урынлашҡан ҡалаларҙа ғына бушлай йөрөргә мөмкин. Башҡортостанда улар – Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Дүртөйлө, Туймазы, Мәләүез һәм башҡалар. 2020 йылдан бушлай йөрөү хеҙмәте менән 831 тапҡыр файҙаланғандар.

Фото: klin.msr.mosreg.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: