

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Белеүебеҙсә, был байрам бөгөн, 8 июндә, билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә коронавирус пандемияһы башланғас, республика тәүгеләрҙән булып социаль хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеүе тураһында яҙған. Улар мобиль бригадалар составына инде һәм ирекмәндәр менән берлектә изоляциялағы өлкән йәштәгеләрҙе, хроник сирлеләрҙе ҡараны. Уларҙы үҙҙәрен һаҡларға һәм өйҙә ҡалырға саҡырҙы. “Бындай ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ һәм яуаплы социаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостанда – 15 меңдән ашыу. Һәм бөгөн был, һис ниндәй арттырыуһыҙ, алтын кешеләр үҙенең юбилейын билдәләй. Йыл һайын уларға бер миллион ярым тирәһе кеше – дәүләт тарафынан айырыуса яҡлауға һәм иғтибарға мохтаждар – ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ошо кешеләрҙең барыһы исеменән социаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлайым. Тыныслыҡ һәм изгелек теләйем” тигән юлдар бар ҡотлауҙа.
Фото: aprlnr.su