Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Июнь 2022, 17:45

Кемдәргә льгота ҡаралған?

Рәсәй Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде.

Кемдәргә льгота ҡаралған?
Кемдәргә льгота ҡаралған?

Уға ярашлы, тотош илдә, уҡыу формаһына ҡарамаҫтан, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға льготалар биреүҙең берҙәм тәртибе ҡарала. Быға тиклем Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә өйҙә белем алған балаларға ҡоро паек бирелһә, икенселәренә аҡсалата компенсация булған, ә ҡайҙалыр бөтөнләй бер нимә лә ҡаралмаған.

 “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 79-сы статьяһына үҙгәрештәр барлыҡ төбәктәргә лә был льготаны файҙаланғанда берҙәм ҡараш һәм финанслау сығанағын билдәләй. Был аҡса муниципаль, төбәк йәки федераль бюджеттан бүленергә мөмкин. Закон үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 сентябрендә инер тип көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда мәктәптәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар ошондай хоҡуҡҡа эйә. Төбәктә бындай ҡыҙҙар һәм малайҙар 85 мең тирәһе тәшкил итә.

Фото: i3vestno.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: