Егерме йылдан ашыу инде Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға тәүге көндән кәрәк булған әйберҙәрҙән торған бүләк йыйылмаһы бирелә. Былтыр йыйылмаға алты әйбер индерелһә, быйыл ул һигеҙгә еткерелде.
Шулай итеп, бала табыу йортонан бушлай сығармайҙар.
Был бүләкте Өфөләге “Ағиҙел” предприятиеһында етештерәләр. Ул һигеҙ предметтан тора: сумка, бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, кофта, ползунки, япма, һырлап эшләнгән йүргәк, янғынды иҫкәртеү приборы. Уларҙың барыһы ла яҡшы сифатлы, тип хәбәр итә “Bash.news” сайты.
Егерме оҫтабикә комбинезондар, ползунки һәм башҡа кәрәк-яраҡ тегә. Уларҙың барыһы ла дәүләт стандарты буйынса, тимәк, сифаты тураһында борсолорға кәрәкмәй.
Быйыл “Ағиҙел” предприятиеһы республика бала табыу йорттарына яңы тыуған сабыйҙар өсөн туғыҙ мең ярым бүләк йыйылмаһы әҙерләгән. 20 июнгә тиклем был һан тағы һигеҙ меңгә артасаҡ.
Фото: “Bash.news” сайты.