Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Июнь 2022, 22:20

Төпкөл ауылдарға автокибеттар барасаҡ

Республикала эшҡыуарҙарға автокибеттәр һатып алыуға сығымдарҙың 50-ҡа тиклем өлөшөн ҡаплайҙар. 

Төпкөл ауылдарға автокибеттар барасаҡ
Төпкөл ауылдарға автокибеттар барасаҡ

14 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге ултырышта күсмә сауҙа өсөн махсус автотранспорт һатып алыуға субсидиялар биреү мәсьәләһе ҡаралды.

- Күсмә сауҙаны тормошҡа ашырыу өсөн махсус автотранспорт һатып алыуға субсидиялар биреү ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән көрсөккә ҡаршы сара булып тора, - тип билдәләне Андрей Назаров.

- Республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Территориаль алыҫлыҡ арҡаһында уларҙың меңгә яҡыны сауҙа хеҙмәтләндереүе менән солғап алынмаған. Шуға күрә халыҡты кәрәкле тауарҙар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөһим социаль бурыс булып тора. Иң ҡулай ҡарар – автокибеттәр ярҙамында күсмә сауҙаны үҫтереү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт Премьер-министры.

Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта муниципалитеттар кимәлендә алыҫ һәм юлһыҙ тораҡ пункттарҙа сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу ихтыяжы ҙур.

- Бөтә тораҡ пункттарҙы сауҙа хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү өсөн автокибеттәр ярҙамында мобиль сауҙа ойоштороу талап ителә, - тип билдәләне Алексей Гусев.

Ошо йүнәлештә “Башпотребсоюз” базаһында ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмалары әүҙем эш алып бара.

220-нән ашыу автокибет маршрутын тәьмин итеү өсөн беренсе этапта кәмендә 12 автокибет һатып алырға кәрәк. 

Шулай уҡ сауҙа министры әйтеүенсә, “Ситтән тороп сауҙа итеү өсөн махсус автотранспорт һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына субсидиялар биреү тәртибен раҫлау тураһында”ғы ҡарарҙы ҡабул итеү эшҡыуарҙарға автокибеттәр һатып алыуға бәйле сығымдарҙың яртыһын компенсацияларға мөмкинлек бирәсәк һәм ҡарар шарттарына ярашлы биш йыл эсендә был эшҡыуарҙарҙың сауҙа менән тәьмин ителмәгән тораҡ пункттарға сығып һатыу итеүен тәьмин итәсәк.

- Был ҡарарҙы тормошҡа ашырыу 33 меңдән ашыу кеше йәшәгән 350 тораҡ пунктты сауҙа хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итергә, 25-тән ашыу яңы эш урыны булдырырға һәм дөйөм алғанда был тораҡ пункттарҙа йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, - тине Алексей Гусев.

Ултырышты йомғаҡлап, Андрей Назаров, был ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу төпкөл ауылдарҙа көндәлек кәрәкле тауарҙар етештерергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.

- Республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупларға тәҡдим итәм. Был шулай уҡ үҫтерелгән продукцияны гарантиялы һатыу механизмы иҫәбенә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә лә импульс бирәсәк, - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: orenburzhie.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: