“Әсәйем шәфҡәт туташы булып эшләгәйне. Уға ҡарап мин дә медицина юлын һайланым”, – ти юғары категориялы фельдшер Илүзә Күсәрбаева.
Ейәнсура районының Ибрай ауылы ҡыҙы Илүзә Кинйәбулат ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлаған. Тормош девизы: “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”. Илүзә Кинйәбулат ҡыҙының хеҙмәт стажы – 34 йыл. “Ғүмерҙе заяға үткәрмәй, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк, сөнки ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә”, – тигән фекерҙә ул.
Илюзә Кинйәбулат ҡыҙының ире Нурислам тормош хәүефһеҙлеге эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы булып эшләгән, артабан фермерлыҡ менән шөғөлләнгән. Әле лә мал-тыуар тота.
Күсәрбаевтарҙың улдары Арыҫлан вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй. Ҡыҙҙары Ҡарлуғас үҙ ғаиләһен ҡороп, Айлина исемле ҡыҙ үҫтерә. Кинйә ҡыҙҙары Флүзә быйыл 11-се класты тамамлаған. Флүзә лә әсәһе менән өләсәһенең юлын дауам итмәксе - медицина хеҙмәткәре булырға уйлай.
Фото: Күсәрбаевтарҙың ғаилә архивынан.