Зәлифә Ғатауллина Златоуст медицина училищеһын тамамлаған, йыл да белемен камиллаштырырға ынтылған. Хеҙмәт стажы – 38 йыл. Тормош девизы: “Төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға”.
Фельдшер көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликлиникаға йөрөп эшләй. Ҡыйыу ҡатынға әллә күпме тапҡыр юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға, төтөн менән ағыуланғандарға һәм бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.
Ире Илдар менән өс балаға ғүмер бүләк итакәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Зөбәржәт үҙе күптән әсәй инде. Ире Рәил менән Артем һәм Әҙилә исемле балалар үҫтерәләр.
Улдары Илмир, быйыл Һатҡы медицина училищеһын тамамлап, фельдшер булмаҡсы. Кеселәре Тимур – Златоуст ҡалаһында янғын һүндереүсе.
Һәр һөнәр эйәһенә генә хас айырым сифаттар була. Фельдшерҙарға иһә ауыр тормош хәлдәрендә юғалып ҡалмау, үҙеңде тиҙ ҡулға алыу, ашығыс рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек һыҙаттар хас. Зәлифә Ғатауллина ла тап шундайҙарҙан.
Фото: Зәлифә Ғатауллинаның ғаилә архивынан.