19 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” исеме өсөн барған конкурста ҡатнашҡан Зәриә Иҫәнғужина Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй.
Ул 1987 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлаған. 1987 – 1990 йылдарҙа “Салауатнефтемаш” йәмғиәте дауаханаһында эшләгән. 1991 йылдан – Стәрлебаш районы үҙәк район дауаханаһының Һарайҫа ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер. Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы ошо һәм күрше Үрге һәм Түбәнге Шәкәр ауылдарын хеҙмәтләндерә.
Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы – шәп спортсы ла. Ваҡытында ул һәүәҫкәр йүгереүселәр араһында Ташкент, Кишинев һәм башҡа ҡалаларҙа үткәрелгән спорт сараларында алдынғы урындарҙы яулаған. Тормош девизы: “Алға һәм алға! Бер ҡасан да бирешмәҫкә!”.
Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы – сығышы менән Стәрлебаш районының Шәкәр ауылынан. Юғары категориялы, хеҙмәт стажы 35 йыл тирәһе булған белгес ғаиләһенән дә уңған. Ире Рәмил ҡасандыр фермерлыҡ менән шөғөлләнһә, әле Себер тарафтарында эшләй.
Улдары Айнур ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре. Ҡатыны Гөлүзә менән Алтынай исемле ҡыҙ һәм Искәндәр исемле ул тәрбиәләйҙәр. Игеҙәк ҡыҙҙары Гөлиә менән Юлиә икеһе лә кейәүҙә. Бына тигән уңған хужабикә генә түгел, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған шәп белгестәр ҙә!
Йәшәү мәғәнәһен ғаиләлә һәм тырыш хеҙмәттә тапҡан Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы баҡсаһында сәскәләр үҫтерергә ярата, тағы спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә.
Фото: Зәриә Иҫәнғужинаның ғаилә архивынан.