18 июлдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр форумы үткәрелде. Сараны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Изгелек арифметикаһы” хәйриә фонды ойошторҙо. Социаль түләүҙәр һәм пособиелар тураһындағы һорауҙарға Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре яуап бирһә, һалым ҡайтармаһы тураһындағы мәғлүмәттәр менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре таныштырҙы. Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары идаралығы – алимент түләүҙәре, Нотариаль палата белгестәре мираҫ һәм башҡалар хаҡындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә кәңәштәр бирҙе, был көндө төрлө секциялар ҙа эшләне.
Сараға республиканың төрлө төбәктәренән баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр саҡырылғайны. Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан Лилиә менән Мәғсүм Шәймәрҙәновтар үҙҙәре менән бергә ҡул эштәрен дә алып килгәйне. "Шәймәрҙәновтар ғаиләһе районда, республикала үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәренең өс балаһы бар, тағы дүрт малай менән ҡыҙға ғаилә йылыһын бүләк иттеләр", - тип белдерҙе Йәрмәкәй районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса секторы етәксеһе Фәнүр Әлтәпов.
Күп балалы әсә Лилиә Шәймәрҙәнова әйтеүенсә, өлкән ҡыҙҙары Гөлназ кейәүҙә. Ул – операция шәфҡәт туташы. 19 йәшлек Данияр – Бәләбәй ауыл хужалығы студенты. Ә Динә, шулай уҡ тәрбиәгә алынған Алмаз, Рамаҙан, Зилиә, Камилла - Тарҡаҙы урта мәктәбе уҡыусылары. Ғаилә башлығы Мәғсүм Шәймәрҙәнов – умартасы, Лилиә Мәғсүм ҡыҙы Тарҡаҙы урта мәктәбендә химия, биология фәндәренән уҡыта, психолог та.
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан килгән Фәниә менән Азамат Ҡарабаевтар ғаиләһе 11 баланы ҡурсыуға алған. Улар район һәм республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулай. Бынан тыш, был ғаилә Баймаҡ районында үткәрелгән “Баланы тәрбиәгә алыусы иң яҡшы ғаилә-2018” конкурсының абсолют еңеүсеһе тип танылған.
Баланы ғаиләгә алғандарҙың абруйын күтәреүгә арналған сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Автор фотолары.