Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июнь 2022, 08:00

Һәр кем фельдшер була алмай

 Йонос һәм Тимерәк ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер Миңлекамал Нафиҡова хеҙмәт бурыстарына бик яуаплы ҡарай, яратып атҡара.

Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай

Мәсетле районы Йосоп фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Нафиҡова Миңлекамал Ғалимхан ҡыҙының хеҙмәт стажы – 47 йыл. Златоуст медицина училищеһын тамамлаған белгес башта – Яңауыл, артабан балалар табыу йортонда, шунан һуң Мәсетле районының Йонос ауылында эшләй. Тормош девизы: “Намыҫ менән эшләргә!”.

 Йонос һәм Тимерәк ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер хеҙмәт бурыстарына бик яуаплы ҡарай, яратып атҡара.

Эйе, бары һөнәрен яратып башҡарғандар ғына фельдшер булып эшләй алалыр, сөнки ауылда ул әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә, ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй. Өҫтәүенә, сир ҙә, ғәҙәттә, төндә көсәйеүсән, шуға ошо ваҡытта был һөнәр эйәһенә ҡай саҡ эшләргә тура килә.

Фото: Миңлекамал Нафиҡованың шәхси архивынан.

Һәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: