Башҡортостанда Донбасстан мәжбүри күсеп килгән ғаиләлә алтынсы сабый донъяға килде. Уларҙың ҙур шатлығын уртаҡлашырға, ярҙам итергә Киров районының “Ғаилә” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килде. Олеся Иванова һәм Геннадий Куренкин улдарының һау-сәләмәт донъяға килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Ата-әсә буй оҙонлоғо 58 сантиметр, ауырлығы 4 400 грамм тәшкил иткән малайға Владислав тигән исем ҡушҡан.
Яңыраҡ бала табыу йортонда әсәне сабыйы менән бергә ҙур ғаиләһе тантаналы рәүештә ҡаршыланы. Күп балалы ғаилә быйыл яҙ Донбасстан күсеп килгән һәм “Связист” профилакторийына ваҡытлыса урынлашҡан.
Фото:”Башинформ”