Июнь игеҙәктәргә бай ай булды.
Күгәрсен районы ЗАГС-ында ошо айҙа быйылғы тәүге игеҙәктәр теркәлде. Альбина һәм Руслан Абдуллиндар ғаиләһендә көтөп алынған Рина һәм Арина исемле ҡыҙҙар донъяға килде. Ә Ишембай районы ЗАГС-ында дүртенсе игеҙәктәрҙе теркәп, Гөлназ һәм Александр Ғәләүетдиновтарға балаларҙың тәүге документтарын тапшырҙылар. Татьяна һәм Анна ғаиләгә бәхет һәм ҡыуаныстар ғына алып килһен!
Дәүләкән районының ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Балаларҙы яҡлау көнөндә быйылғы тәүге игеҙәктәрҙе теркәп, Ратмир Рим улына һәм Мария Николаевнаға ҡыҙҙары Арина һәм Каринаның танытмаларын тапшырҙы.
Ошо айҙа Илеш ЗАГС-ында100-сө, Әбйәлилдә 200-сө сабый тыуыуын билдәләнеләр, ә Сибай ЗАГС-ы барыһын да уҙҙырҙы – бында июнь айында 300-сө бала тыуыуын теркәнеләр. Ата-әсәләрҙең барыһына ла һаулыҡ, өйҙәренә именлек, шатлыҡ теләйбеҙ.
Фото:rabochy-put.ru