Мөхәббәт өсөн сиктәр юҡ. Быны Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән интернатта гөрләп үткән туйҙар раҫлай. Бер юлы өс парҙың сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итеүен башҡалар ҙа хуплаған.
Интернат бер мәлгә Никах йортона әүерелде. Өйләнешеүселәрҙең һәр береһенең тетрәндергес яҙмышы, ҡатмарлы ғүмер юлы, уй-кисерештәре, танышыу тарихы бар. Мендельсон маршы һәм һибелгән сәскә таждары аҫтында улар бер-береһенә тоғролоҡ анты бирҙе. Рево Иманғолов Әлфиә Кочетковаға арнаған шиғырҙарын бүләк итте. Ир быға тиклем өйләнгән булған, ҡатыны менән ошо интернатта йәшәгән. Хәләл ефете 2,5 йыл элек вафат булған һәм үлем алдынан әхирәтенә ирен яңғыҙ ҡалдырмауын үтенгән, тип һөйләйҙәр.
Рима Мөхәмәтшина һәм Владимир Перелыгин паркта ял иткәндә таныша. Бер ни тиклем дуҫлашып йөрөгәндән һуң үҙҙәрен күп нимә бәйләгәнен аңлай һәм улар өйләнешергә ҡарар итә. Ә Сергей һәм Александраның мөхәббәт тарихы сериалдарға торошло. Сергей тәүҙә Яңауыл интернатында йәшәгән, республика конкурстарының береһендә Александра менән танышҡан. Алыҫтан тороп булһа ла, йәштәр аралаша, бәйләнеште өҙмәй. Ир үҙен Октябрьскийға күсереүҙе һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Ниһайәт, хәҙер улар бергә. Никахҡа инеүселәрҙе ҡотларға бөтә интернат халҡы, хеҙмәткәрҙәр йыйылды. Хәйер, бындай байрамдар һирәк түгел, һуңғы 12 йылда 14 туй үткәрелгән.
“Тәрбиәләнеүселәребеҙ бәхетле булһа, бөтәбеҙ ҙә бәхетле һәм ҡәнәғәт”,– ти интернат-йорт директоры Зәлиә Баһауетдинова. Өйләненешеүсе парҙарҙың айырым бүлмәләре бар. Мөмкинлек килеп сыҡҡанда, Сергей һәм Александраның интернаттан китеп, үҙаллы йәшәүе лә ихтимал. Оҙаҡламай бында тағы ла ике пар яҙмыштарын бергә бәйләргә уйлай, тантаналар буласаҡ әле...
Фото: BashNews