Башҡортостан 2021 йыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса Стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең инвестиция климаты хәле милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. Был хаҡта 17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында билдәле булды.
Милли рейтинг йүнәлештәренең береһе “Хеҙмәт ресурстары сифаты һәм уларҙан файҙалана алыу” күрһәткесе ине. Уның буйынса дәүләт власының эш биреүселәргә бизнесты уңышлы алып барыу һәм инвестиция эшмәкәрлеге өсөн хеҙмәт ресурстарын файҙаланыуҙы тәьмин итеү кимәле баһалана.
Республикалағы мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында 90 мең тирәһе кеше эш тапҡан. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 23 процентҡа күберәк. 2021 йылдан мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаһы файҙаланыла башланы.
- Порталда эш һәм хеҙмәткәрҙәрҙе табыу өсөн вакансияларҙы һайлау һәм критерийҙар күплеге буйынса резюме буйынса эҙләү механизмы тормошҡа ашырылды. Ресурс ярҙамында тест заданиеларын алмаштырырға, һөйләшеүҙәргә саҡырырға мөмкин. Һис шикһеҙ, Рәсәй пилот төбәктәре иҫәбендә хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе электрон форматҡа күсереү халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре, эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр араһында үҙ-ара эш итеү сифатын арттыра, - тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
2021 йылда республиканың мәшғүллек үҙәктәре тарафынан 796 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән. Был сарала 1315 предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан, уларҙа 23,8 мең кеше ҡатнашҡан. Уҡыу йорттарын тамамлаған 380 ҡыҙ һәм егет стажировкаға ебәрелгән.
Былтыр граждандарҙың профессиональ йүнәлешен үҙгәртеү буйынса эш алып барылған. Төбәктәге “Киләсәк командаһы” порталы ярҙамында мәктәптәрҙәге 19 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса тест үткән. Шуны билдәләргә кәрәк, республиканың милли рейтингтағы позицияһын яҡштыртыу өсөн был портал заманлаштырылған.
Тағы Өфө ҡалаһы халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Орджоникидзе районы филиалы заманлаштырылған, тағы Төньяҡ-көнбайыш халыҡ-ара үҙәк биналары ремонтланған. Дөйөм алғанда, халыҡ мәшғүллеге ребрендингы буйынса финанслау 15,7 миллион һум тәшкил иткән. Был сумманың 1,92 миллион һумы – федераль, 13,73 миллион һумы төбәк бюджетынан.
Өлкән йәштәгеләр тормошон яҡшыртыу буйынса ла эш алып барыла. Шулай итеп, республикала 39 гериатрик кабинет асылған, Башҡортостан Башлығының “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты эш башланы, социаль туризм үҫешә, ҡарауға мохтаж кешеләрҙең тормошон яҡшытртыу буйынса яңы технологиялар сафҡа инә.
Халыҡты һаҡлау, уның сәләмәтлеге, именлеге, 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү – министрлыҡтың өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе.
Дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәр механизмдарын файҙаланып, шәхси пансионаттарҙы булдырыу буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Былтыр Мишкә районының Ирсай ауылында, Кушнаренко районының Шәрип ауылында һәм Табын ауылында өс дәүләткә ҡарамаған пансионат эшләгән. Проекттарға дөйөм инвестициялар күләме 17,4 миллион һумдан ашҡан. Концессия килешеүҙәрен төҙөү ваҡыты – 25 йыл.
Фото: pravitelstvorb.ru