Ете йәшкә тиклемге балалар ҡала яны поездарында бушлай йөрөй ала.
Был хаҡтағы закон 22 июндә үҙ көсөнә инде. Әлегә тиклем биш йәшкә тиклемге балалар ғына бушлай йөрөү хоҡуғына эйә ине.
Әйткәндәй, был льготанан файҙаланыу өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ кәрәк.
Мөһим:
Ете йәшкә тиклемге балалар ҡала яны поездарында өлкәндәрҙән тыш йөрөй алмай.
Бала йәше сәйәхәт көнөнә ҡарата билдәләнә.
“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең клиенттар менән эшләү үҙәге: 8 (800) 775-00-00.
Поездар расписаниеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://www.rzd.ru/
Фото: https://vk.com/obyasnyaem102
#АңлатабыҙРФ#АңлатабыҙБашҡортостан