Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2022, 16:15

Аңлатабыҙ, яҡлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ...

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Мәғрүф улы Хәлфинға медицина берләшмәһе менән эшләү, медицина персоналының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Аңлатабыҙ, яҡлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ...
Аңлатабыҙ, яҡлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ...

Республика етәксеһе Радий Хәбиров  Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет составына үҙгәрештәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.  Совет ағзалары исемлеге лә яңыртылды. Шуларҙың береһе Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Мәғрүф улы Хәлфинға медицина берләшмәһе менән эшләү, медицина персоналының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

–Рауль Мәғрүф улы, һеҙҙең иңгә төшкән бурыстар тағы һәлмәкләнде, профсоюз ойошмалары ҡатмарлы үҙгәрештәр заманында ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә?

–Хәҙер тәүге профсоюз ойошмалары бөтә дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, шифаханаларҙа, колледждарҙа, фармация предприятиеларында бар. Элек бер аҙ һүнә-һүрелә барған профсоюз тормошо йәнләнде, хатта шәхси клиника коллективтары ла профоюзға берләшеү яғында. Хәҙерге заманда корпоратив мәҙәнилек бик мөһим.  Ул эш биреүсе һәм коллектив араһында теге йәки был мәсьәләне һөйләшеү, диалог, ҡарар ҡабул итеү ярҙамында яйларға ярҙам итә, ике яҡ өсөн дә алтын уртаҡлыҡты табыуҙа мөһим нигеҙ булып тора.  Мәҫәлән, былтыр бер дауахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын “киҫергә” мәжбүр булған. Тәүге профсоюз ойошмаһы беҙгә  коллектив менән кәңәшләшкәндән һуң  өҫтәмә килешеү килтерҙе. Эш хаҡының кәметелеүе бер нисә дауаханала күҙәтелде. Ни өсөн тигәндә, медицина учреждениеларының сығымдары артҡан, пландар үтәлмәй, пациенттар ағымы кәмегән. Финанс мөмкинлектәре ҡыҫылғанда өҫтәмә түләүҙәрҙе бирмәҫкә лә хоҡуҡтары бар дауахана етәкселәренең. Эш биреүсенең бурысы  көндән–көн арта ғына бара, был ҡаршылыҡлы хәлдең системалы төҫ ала башлауын  күрҙек.  Беҙ башҡа юл менән китергә булдыҡ.  Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеп, Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса эшләгән  медицина учреждениеларын милеккә һалымдан азат итеүгә өлгәштек.  Был законға индерелде. Һөҙөмтәлә йөҙ миллион һум аҡса – өҫтәмә финанс сығанағы барлыҡҡа килде.

–Профсоюз ағзалары күпме һуң?

–Уларҙың һаны буйынса Рәсәйҙә Мәскәүҙән ҡала икенсе урындабыҙ. 70 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре бөгөн профсоюз ағзаһы булып тора. Был бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең 72 проценты тигән һүҙ. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина колледждары студенттары профсоюз ойошмаһында тора. Был кадрҙарҙы үҫтереү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу,  ойоштороу һәләтенә эйә булғандарын етәкселеккә һайлап  ҡуйыу өсөн дә файҙалы.  Миҫалға тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, бүлексә мөдире   Эдуард Камаловты килтерер инем.  Хәҙер йәш, оҫта ойоштороусы, халыҡ менән эшләй белгән белгес һәм йәмәғәтсе дауахана етәксеһе итеп үрләтелде.

–Рауль Мәғрүф улы, һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ киң ҡоласлы, бер нисә йүнәлештә – хеҙмәтте һаҡлау, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү,  профсоюз ағзалары балаларының йәйге ялын ойоштороу, коллектив  договорҙарҙы эшләү,  медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса даими эш алып бараһығыҙ. Шулай ҙа улар араһында  ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙырғаны ла барҙыр...

–Ашығыс медицина ярҙамының 300 хеҙмәткәренә төнгө ваҡытта  эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙе арттыра алдыҡ. Өс меңгә яҡын ашығыс медицина хеҙмәткәре исемле профсоюз сертификаты менән тәьмин ителде.  Һәр профсоюз ағзаһы ковидтан страховкаланды, сирҙе ауыр үткәргәндәр шифаханала ял итеү өсөн сертификаттар алды. Беҙҙең эштә “ваҡ-төйәк” мәсьәлә юҡ, аҡ халатлыларҙың һаулығына, тормошона ҡағылған һәр мәсьәлә мөһим, сөнки уларҙың профессияһы хәүефле, тәүәкәллек талап иткән һөнәр.

(Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы,  Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Мәғрүф улы Хәлфин менән әңгәмәне “Башҡортостан “ гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ).

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: