Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә 2022-2023 йылдарға инвалидлығы булған балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса республика модулле программаһын раҫлау буйынса мәсьәлә ҡаралған кәңәшмә үткәрелде.
Андрей Назаровтың билдәләүенсә, Башҡортостанда, Рәсәйҙәге кеүек, инвалид балалар һаны арта. Һуңғы дүрт йылда уларҙың һаны 13 процентҡа артҡан. Был – төбәктәге балаларҙың 2 процент тирәһе. Шуға “айырыуса” балаларҙы реабилитациялау мәсьәләһе көнүҙәк ҡала, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән берлектә йыл һайын инвалид балалары булған ғаиләләргә социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыла. Был партнерҙарҙың береһе – Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам итеү фонды. Ул республика хеҙмәттәренә даими ярҙам итә. Быйыл беҙ ҡараған ғаиләләр республика модуль программаһы Фондтың конкурс һайлауын үтте һәм тиҙҙән финансланасаҡ.
Эштең төп йүнәлештәре һәм 2022-2023 йылдарға инвалид балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам республика программаһы тураһында рекспубликаның ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте.
“Инвалидтарҙың федераль реестры” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 майға ҡарата Башҡортостанда 231,4 мең инвалид кеше иҫәпләнә, шуларҙың 18,9 меңе – инвалид балалар. Республикалағы балалар инвалидлығының төп сәбәптәре – нерв системаһы сирҙәре (21,2%, 3483), психик сирҙәр (23,1%, 3794), тыуғандан үҫеш аномалиялары, деформациялар һәм башҡалар.
Республика программаһын тормошҡа ашырыуҙа 16 муниципаль берекмә ҡатнашасаҡ: Өфө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Октябрьский, Бөрө, Учалы, Сибай, Бәләбәй, Бүздәк, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Благовар, Яңауыл.
Фото: pravitelstvorb.кг