Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова Донбасстан мәжбүри күсенгәндәр өсөн ваҡытлыса урынлашыу пунктына килде.
Ул Стәрлетамаҡтағы “Ҡайын” ваҡытлыса йәшәү пунктында ике ҡыҙға – Мария менән Натальяға бүләктәр тапшырҙы. Улар күптәндән роликлы конькиҙар тураһында хыялланған. Бүләктән ҡәнәғәт ҡалған ҡыҙҙар шунда уҡ уларҙа йөрөп ҡараны, рәхмәт әйтте.
“Миңә ошондай матур акцияла ҡатнашыу кинәнес. Бүләк биргәндә, бигерәк тә балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырғанда, үҙең дә күңел ҡәнәғәтлеге алаһың. Хеҙмәттәштәрем менән бергә балаларҙың ғәҙәти тормошона байрам биҙәге индерергә тырыштыҡ”, - тине Руфина Шаһапова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Теләктәр йәйе” быйыл июнь аҙағына тиклем бара. Проект “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолдо.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".