Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2022, 19:30

Хәл тотороҡло булһа ла...

"Мәшғүллекте һәм фәҡирлек кимәлен кәметеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала".

Хәл тотороҡло булһа ла...
Хәл тотороҡло булһа ла...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллеге һәм хеҙмәт баҙарын көйләү” дәүләт программаһын актуалләштереү буйынса һөйләшеү үткәрелде.

- Мәшғүллекте һәм фәҡирлек кимәлен кәметеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Хеҙмәт баҙарындағы һәр кире үҙгәреште үҙ ваҡытында асыҡларға һәм анализларға, һөҙөмтәләр буйынса артабанғы эште төҙәтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта хеҙмәт баҙарында хәлдәр тотороҡло, - тине Андрей Назаров.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельниковтың белдереүенсә, проект тарафынан “Фәҡирлек кимәле” дәүләт программаһы, “Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре үҫеше” программаһының айырым маҡсатлы индикаторҙары мәғәнәләрен, исемдәрен һәм башҡаларҙы төҙәтеү ҡаралған.

Дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелгән ваҡытта уҡ проект 2024 йылға тиклем Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге программаһына ике стратегик документты синхонлаштырыу маҡсатында үҙгрештәрҙе индереүҙе күҙаллай.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: