Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2022, 16:30

Инвалид балаларға – махсус программа

Был уларҙың ата-әсәләренә лә булышлыҡ итәсәк

Инвалид балаларға – махсус программа
Инвалид балаларға – махсус программа

 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә инвалид балалар өсөн әҙерләнгән махсус республика программаһы тураһында үҙенең фекере менән уртаҡлашты:

  • Дөйөм Рәсәйҙәге һымаҡ Башҡортостанда ла инвалид балалар һаны күбәйә. Улар өсөн беҙ махсус республика программаһын әҙерләнек. Проект реабилитация үҙәктәренең яңы модель эшен күҙаллай һәм  тәүге сиратта инвалид балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙә, уларҙы ҡарауҙа ата-әсәләрҙе уҡытыуҙы үҙенә индерә. Унда 16 муниципалитет ҡатнашасаҡ һәм ике йыл эсендә беҙ 36 мең ата-әсәне йәлеп итәсәкбеҙ.

Проект ауыр тормош хәлендә ҡалған  балаларҙы яҡлау федераль фонды конкурсында һайлау үтте. Ул беҙҙең республика хеҙмәттәренә системалы рәүештә ярҙам итә. Тиҙҙән Башҡортостан программаны тормошҡа ашырыуға 8,7 миллион һум күләмендә грант аласаҡ, ә ике йылға дөйөм финанслау күләме 17,4 миллион һум  тәшкил итә.

Бөгөн Республикала биш реабилитация үҙәге, муниципалитеттарҙа 19 филиал эшләй, йылына 17 меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә.

Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Инвалид балаларға – махсус программа
Инвалид балаларға – махсус программа
Инвалид балаларға – махсус программа
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: