Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2022, 22:45

“Уйлап бала тап” – Тәтешлелә

Күсмә сарала көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

“Уйлап бала тап” – Тәтешлелә
“Уйлап бала тап” – Тәтешлелә

Бөгөн Тәтешле районында “Башҡортостан Республикаһы әсәләре” әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Уйлап бала тап” проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, дөйөм урта белем биреү мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары, ауыр тормош хәлендә ҡалған, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн күсмә сара үткәрҙе.

Психолог, тренер-коуч Зөлфиә Халиҡова, Өфөләге 2-се поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире, гинеколог, медицина фәндәре кандидаты Резеда Юлбарыҫова, “Согаз-мед” страховка компанияһы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре “Йөклөлөктө планлаштырыу һәм аңлы атай-әсәйлек” һәм башҡа темаларға лекциялар уҡыны.

Икенсе майҙансыҡта өлкән класс уҡыусылары йәш быуындың репродуктив һаулығын һаҡлау буйынса сығыштарҙы тыңланы, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.  

“Башҡортостанда репродуктив һаулыҡ һәм ғаиләне планлаштырыу. Төбәк тәжрибәһе” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина, “Уйлап бала тап” проекты етәксеһе, “Башҡортостан Республикаһы әсәләре” әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фәрәхова, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, республиканың медицина ойошмалары белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Фото: vk.com/lifetatyshly

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: