Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Июнь 2022, 16:15

Бер генә теләк – ярҙам итеү

Ирекһеҙҙән күсеп килгән 10 кеше  стационар учреждениеларға урынлаштырылды.

Бер генә теләк – ярҙам итеү
Бер генә теләк – ярҙам итеү

Мариуполдән Өфөгә ирекһеҙҙән күсеп килгән өлкән йәштәге 10 кеше ваҡытлыса төпләнгән “Элемтәсе” пунктынан республиканың стационар учреждениеларына юлланды. Улар араһында инвалидтар ҙа бар. Был граждандар Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Өфөнөң “Именлек” геронтология үҙәгенә, Октябрьский йорт-интернатына һәм Күмертау психоневрология интернатына урынлаштырыла.

“Белгес-табиптары, реабилитациялау программаһы, иғтибар һәм хәстәрлек булған махсус учреждениеларҙа йәшәүҙәренә улар, шатлана, әлбиттә, – ти Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Ольга Котельникова. – Ваҡытлыса пункттарҙа төпләнгән ирекһеҙҙән күсеп килгәндәргә төбәктәге стационарҙар тураһында видео күрһәттек, һәр кем һаулығын иҫәпкә алып, теге йәки был учреждениены һайланы”.

“Күпте күргән өләсәй-олатайҙар махсус учреждениеға күсеүгә ҡыуана, ләкин кисә уларға “Элемтәсе” пунктында һуңғы айҙарҙа ҡайғы-хәсрәттәрен дә, шатлыҡтарын да уртаҡлашлашҡан кешеләрҙән айырылыуы бик ауыр булды”, – ти Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең бүлек начальнигы Юлиә Романова.

Мариуполдән килгән Валентина Карташова үҙҙәрен һуғыш михнәттәренән ҡотҡарғандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте. “Данлы Өфөгөҙгә килдем. Башҡорт, татар, рустар, һеҙгә ҙур рәхмәт. Барыбыҙ ҙа өйһөҙ, яҡтылыҡһыҙ, йылыһыҙ һәм аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалдыҡ бит. Ә һеҙ беҙгә уларҙың барыһын да бүләк иттегеҙ”, – ти ул.

Октябрьский йорт-интернатының “Әүҙем оҙон ғүмер” бүлеге яңы килгән биш ҡатын-ҡыҙ өсөн ишектәрен асты. Хеҙмәткәрҙәр ҙә, персонал да, унда йәшәгәндәр ҙә уларҙы ихлас ҡаршы алды, урынлашырға ярҙам итте, учреждение буйлап экскурсия үткәрҙе. “Минең өсөн бында ожмах. Ғүмеремдең ахырынаса ошонда йәшәһәң икән”, – ти Анна Махничева.

”Бөтә хәүефле мәлдәрҙең үткәндәрҙә ҡалыуын аңлаһаҡ та, атыштарҙы оноторлоҡ түгел”, – тип һүҙгә ҡушылды Нина Клорячкина.

Әле стационар учреждениелар хеҙмәткәрҙәре был кешеләрҙең йән һәм тән яраларын төҙәтеүгә бөтә тырышлығыны һала. Барыһының да теләге бер – бәхетле тыныс тормошҡа өйрәнеп китергә ярҙам итеү.

Сығанаҡ: Республика халыҡты социаль хеҙмәтләнәдереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: Юлиә Романова.

 

Бер генә теләк – ярҙам итеү
Бер генә теләк – ярҙам итеү
Бер генә теләк – ярҙам итеү
Бер генә теләк – ярҙам итеү
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: