Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Июнь 2022, 14:45

Ярты быуаттан ашыу – медицинала

“Медицина - ул күңел тартылышы"

Ярты быуаттан ашыу – медицинала
Ярты быуаттан ашыу – медицинала

Ер йөҙөндә әллә күпме һөнәр эйәләре бар, әммә улар араһында табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм медицинаға ҡараған башҡалар – иң изгеләренең береһе. Ни тиһәң дә, сәләмәтлектән дә ҡәҙерле нәмә юҡ был донъяла! Шуға кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшкән аҡ халатлыларға ла ҡәҙер-хөрмәт ҙур беҙҙә. Күптән түгел, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, Зөфәр Йәдкәр улы Мортазин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгәйне. Был награданы Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырғайны (һүрәттә).

50 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған Зөфәр Йәдкәр улы тыуған районындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙерге – Башҡорт дәүләт медицина университеты) белем алған. Студент  сағында уҡ ул хеҙмәт юлын башлаған – Өфө ҡалаһы ашығыс ярҙам станцияһында фельдшер булған һәм башҡа урындарҙа хеҙмәт сынығыуы үткән.

“Медицина – ул күңел тартылышы. Шуға медицинаға ошо юлды ысын күңелдән һайлағандар килһә, насар түгел, - тигән фекерҙә Зөфәр Йәдкәр улы. – Медицина – ул тағы коллектив хеҙмәт. Бер-береңә ярҙам итергә, тәжрибә уртаҡлашырға кәрәк”. Ә үҙенең тормош юлына күҙ һалһаҡ, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Белорет металлургия комбинатының медсанчасында интернатура үткән, Белорет районының Инйәр участка дауаханаһында хирург булып эшләгән. Артабан Зөфәр Йәдкәр улы үҙенең тыуған яғы Ишембай үҙәк район дауаханаһында – баш табип урынбаҫары, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика лицензия-аккредитация комиссияһы рәйесе, тағы башҡа вазифаларҙы атҡара. 1987 йылдан – министр урынбаҫары, 1995 – 1999 йылдарҙа – һаулыҡ һаҡлау министры, артабан – министрҙың беренсе урынбаҫары, 1999 – 2007 йылдарҙа Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында баш табип булып эшләгән. 2011 йылдан Зөфәр Йәдкәр улы – Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау эштәре буйынса проректор ярҙамсыһы.

“Медицина специальностарына килгәндә, 90-дан ашыу төрө бар. Һирәк кенә булған бер белгеслек буйынса ғына түгел, медицина буйынса дөйөм тәжрибәгә эйә булыу яҡшы. Өҫтәүенә, сирҙе генә түгел, сирле кешене дауалау зарур, - тип үҙенең кәңәштәре менән дә уртаҡлашты Зөфәр Йәдкәр улы. - Әйткәндәй, иртәгә Башҡорт дәүләт медицина университетын бер мең ярым тирәһе белгес тамамлай, ҡулдарына диплом аласаҡтар”.

Зөфәр Йәдкәр улының билдәләүенсә, һуңғы 10 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының матди-техник базаһы күпкә яҡшырған, яңы ятаҡтар барлыҡҡа килгән. Быйыл 11-се класты тамамлаусылар, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, кәмерәк икән, шуға ошо мөмкинлектән дә файҙаланып, Мәскәүҙәге йәки башҡа ҡалалағы медицина буйынса юғары уҡыу йортона түгел, үҙебеҙҙәге Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү өсөн документтарығыҙҙы тапшырығыҙ һәм үҙебеҙҙә белем алығыҙ, тип өндәшке килә йәштәргә.

Фото: Зөфәр Мортазиндың шәхси архивынан.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: