-11 °С
Болотло
8 июлдә, Бөрө ҡалаһындағы Изге Троицк кафедраль соборы майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур фестиваль уҙғарыла.
15 сәғәттә майҙанда йәрминкәләр, күргәҙмәләр, гастро-фестивалдәр башлана.
17 сәғәттә эстрада “йондоҙ”ҙары сығыш яһаясаҡ. Ошо уҡ көндө оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә, республикабыҙ, илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандар үҫтергән ата-әсәләргә ҙур наградалар һәм бүләктәр тапшырыла. Сара ҡунаҡтары – Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбин.
Фото: alshvesti-b.ru