“Многодеток” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе, күп балалы әсә Ирина Сухарева Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан социаль селтәрҙә ғаилә тураһындағы иң яҡшы постҡа “Ныҡлы ғаилә - ныҡлы ил” тигән конкурс иғлан итте.
“Һәр кемдең ғүмерендә ғаиләнең өлөшө ҙур. Күптәр өсөн ул – терәк һәм ярҙам. Ғаиләлә изгелеккә, һөйөүгә, башҡаларҙы аңларға өйрәнәбеҙ. Татыу ғаиләлә һәр кем дөйөм мәнфәғәт өсөн тырыша һәм хеҙмәт итә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта үҙеңде, хис-тойғоларыңды тотоу, яҡыныңды рәнйетмәү, һөйөү һаҡлау еңел түгел, әммә тап ошонда ныҡлы ғаилә фәлсәфәһе – кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итеү.
Минең өсөн ныҡлы ғаилә – ул бәлә, ауырлыҡтар һындыра алмағаны. Ирем менән ғаиләбеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ, бер кемгә лә рәнйетергә бирмәбеҙ. Ул – беҙҙең өсөн барыһы ла. Йылдан-йыл һөйөүебеҙ арта, балаларыбыҙ үҙҙәренең яратылып үҫеүен, ғаиләләренең ҡалғә икәнлеген аңлай. Йыш ҡына ғаиләбеҙ тарихы һәм ҡиммәттәре хаҡында яҙам. Хәҙер иһә башҡалар тураһында ла белгем килә”, - тип яҙған Ирина Сухарева.
Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары, ҡыйынлыҡтарҙы нисек йырып сығыуығыҙ, маҡсаттарығыҙға өлгәшеүегеҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. “Ғаиләгеҙҙе ныҡлы, татыу иткән барыһы ла тураһында һөйләгеҙ. Пост яҙығыҙ, мине билдәләгеҙ һәм #крепкаясемья #крепкаястрана #Башкортостан #семьябашкортостан хештегтарын ҡуйығыҙ”, - тип тәҡдим итә конкурсты башлап ебәреүсе.
Иң яҡшы йөҙ автор “Ныҡлы ғаилә” электрон сертификатын, ә иң яҡшы өсәү исемле сертификат һәм акция тамамланған көндә, 8 июлдә, ғаиләләге һәр кем өсөн миҙал аласаҡ. Иң күп лайк йыйған авторға Сухаревтар ғаиләһе мультиварка бүләк итәсәк.
Фото: Ирина Сухареваның социаль селтәрҙәге сәхифәһе.