Борай үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһында фельдшер булып эшләгән Зөриә Әхмәтсафа ҡыҙы Мирхәйҙәрованы төбәктә олоһо-кесеһе яҡшы белә. 43 йыл хеҙмәт стажына эйә, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ханым үҙ һөнәренә тоғролоғо, намыҫлы эше менән яҡташтарының абруйын яулаған.
Бәләбәй медицина училищеһын тамамлап, йәш кенә көйө Дауытлар фельдшер-акушерлыҡ пунктында өс йыл эшләп, тормошҡа сыҡҡандан һуң, Борай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында эш башлай. “Медицина учреждениеһында өлкәндәр өсөн прививка яһау бүлеге асылғандан алып, бөтә вакцина минең аша үтә, – ти Зөриә ханым. – Ун йыл һайын план буйынса һын ҡатыу, дифтерия сирҙәренә ҡаршы иммунизация үткәрелә. Һәр өлкән кеше иҫәптә, улар тураһында мәғлүмәт картотекала, компьютерҙа һаҡлана. Ғөмүмән, халыҡҡа прививка яһау мәсьәләһе етди контролдә, һәр участка буйынса план төҙөлгән, иҫкәртеү прививкалары иҫәбен алып барыу журналы – күҙ алдыбыҙҙа. Яуаплылыҡ ифрат ҙур, бөтә вакцина – минең өҫтә. Уларҙы алғас, биләмәләге 42 фельдшер-акушерлыҡ пунктына таратып бирәм, аҙаҡ уларҙан отчет һорайым.
Пандемия осоронда айырыуса көсөргәнешле эшләргә тура килде, көн һайын киске сәғәт 8-гә тиклем халыҡты ҡабул иттек”.
Поликлиникала прививкалар яһау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, айырым эш һәм прививка эшләү кабинеттары бар. Фельдшерҙың эш бүлмәһендәге кәштәләр картотекаларҙан, иҫәп-теркәү папкаларынан һығылып төшкән.
– Әле республикала ла, Рәсәйҙә лә коронавирус инфекцияһы таралыуы бер аҙ тотороҡланды. Эксперттар раҫлауынса, яңы тулҡындың башланыу ихтималлығы көслө. Була ҡалһа, һеҙ уны ҡаршыларға әҙерһегеҙме? – тигән һорауыбыҙға Зөриә Әхмәтсафа ҡыҙы икеләнеүһеҙ яуап ҡайтарҙы.
– Көтөлмәгән сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуына беҙ һәр саҡ әҙер булырға, мәсьәләне оператив хәл итергә бурыслыбыҙ. Әлегә иҫкәртеү сараларына халыҡты йәлеп итеү менән шөғөлләнәбеҙ. Хәрби хеҙмәткә китеүселәргә пневмококк инфекцияһына, менингитҡа ҡаршы прививка яһайбыҙ. Кемдер ошоғаса һыу сәсәге менән ауырымаған икән, улар беҙгә прививка эшләтергә килә ала. Коронавирус инфекцияһына килгәндә, беҙ был афәткә ҡаршы көрәшергә өйрәндек, һөҙөмтәле дауалау механизмы булдырылған. Ошо йәһәттән әлегә беҙҙең күҙ уңынан ысҡындырылған, бер аҙ ситтә ҡалған мәсьәләләргә ата-әсәләрҙең, өлкәндәрҙең иғтибарын йүнәлтке килә. Беҙҙә бит хәүефле, “йоҡомһорап” ятҡан, уңайлы шарттарҙа ҡалҡып сығырға әҙер торған башҡа сирҙәр ҙә бар.
– Тик ни өсөндөр ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына прививка яһатыуға ҡаршы...
– Республика биләмәһендә санитар-эпидемиологик именлекте һаҡлау өсөн дифтерия, һын ҡатыу, быума йүтәл сирҙәренә ҡаршы иммунизациялау мәсьәләһенә етди иғтибар бирелә. Халыҡҡа яҡшы билдәле дифтерия сире тын быуылыуына һәм үлемгә килтергән тын юлы ағзалары фалижы, пневмония, нервы системаһының зарарланыуы, токсик миокардит, йөрәк ритмы боҙолоуҙары менән хәүефле.
Ул – бик хәүефле йоғошло сир, таралһа, үлем кимәленең 50 процентҡа етеүе ихтимал. Илебеҙҙә киң күләмдә вакцина яһау һөҙөмтәһендә был инфекция “еңелде” тип иҫәпләһәк тә, ул әленән-әле илдә ҡалҡып сығып, халыҡты ҡурҡыуға төшөрә. Рәсәйҙә эпидемиологик хәл контролдә, сөнки халыҡтың 97 проценты вакцина яһатҡан. Әммә ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаларға прививка яһатыуға аяҡ терәп ҡаршы тороуы һөҙөмтәһендә сирҙең баш ҡалҡытыуы бик ихтимал.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА