Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Июль 2022, 13:15

Радий Хәбиров үҙе лә ҡатнашасаҡ

8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үтә.

Радий Хәбиров үҙе лә ҡатнашасаҡ
Радий Хәбиров үҙе лә ҡатнашасаҡ

Башҡортостан Башлығы 8 июлдә Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика фестивалендә ҡатнаша. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

– Хәҙер 8 июлдә Президент указына ярашлы бөтә ил Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй. Республика фестивален үткәрергә үҙебеҙ өсөн ошондай майҙансыҡ итеп Бөрө ҡалаһын һайлауыбыҙҙы беләһегеҙ. Мин унда үҙем дә ҡатнашам, эш сәфәрем буласаҡ, – тине республика Башлығы.

Ул шулай уҡ Хөкүмәт ағзаларына республикала йәшәүселәр һәм туристар ҡатнашлығындағы ошо ҙур сараны яҡшы итеп эшләү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын күмәкләп күңел асыу, йәрминкә һәм гастрономик байрам, шулай уҡ эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә.

Кисәнең ҡунаҡтары – Рәсәйҙең билдәле артистары Дмитрий һәм Марина Харатьян.

Фото: materirossii.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: