Социаль мәсьәлә
8 Июль 2022, 17:15

Көн үҙәгендә – Халыҡ программаһының үтәлеше

Анна Кузнецова аралашыуҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләне.

Көн үҙәгендә – Халыҡ программаһының үтәлешеКөн үҙәгендә – Халыҡ программаһының үтәлеше
Көн үҙәгендә – Халыҡ программаһының үтәлеше

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советы секретары урынбаҫары, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецованың Башҡортостанға сәфәре барышында партияның тәбәк башҡарма комитеты нигеҙендә “Социаль сәйәсәт. Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” булды.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары, министрлыҡ, ведомство етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов сараның модераторы булды.

“Бөгөнгө осрашыуыбыҙ үҙәгендә – социаль блоктағы халыҡ программаһының республика биләмәһендәге үтәлеше. Беҙ, бөтә ил халҡы тәҡдименә нигеҙләнеп, программа ҡабул иттек, Башҡортостандан ике йөҙҙән ашыу башланғыс килде, – тине Анна Кузнецова. – Тәҡдимдәрҙең күбеһе етеш тормош, йәшәү сифаты темаһына, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ сәйәсәте мәсьәләләренә бәйле ине. Уларҙың барыһы ла анализланды”.

Уның билдәләүенсә, программаға республиканың 2022-2023 йылдарҙа капиталь ремонтлау күҙалланған 103 мәктәбе, шулай уҡ башҡа ҡыҙыҡлы башланғыстар ингән. Анна Кузнецова Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының үҫеше йәһәтенән “үҙенсәлекле булған” кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү проектын хупланы һәм уны партияның Халыҡ программаһына индерергә тәҡдим итте. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар уңайлы ҡала мөхитендә ғаилә менән ял итеү өсөн инфраструктураны үҫтереү, социаль сәйәсәттең өҫтөнлөгө булараҡ күп балалылыҡ, ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлау сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм башҡа мөһим темалар буйынса фекер алышты.

“Былтыр республикала һайлау кампанияһы барышында һайлаусыларҙан 170 мең наказ йыйылғайны. Уларҙы үтәү буйынса эш федераль, шулай уҡ төбәк кимәлендә лә башланды. Был наказдар социаль ерлектәге бик күп башланғыстарҙы үҙ эсенә ала. Атап әйткәндә, быйыл ишле ғаиләләргә, пенсионерҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән социаль түләүҙәр ғәмәлгә индерелде. Бынан тыш, Башҡортостан ҡала һәм райондарының инфраструктураһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алдыҡ. Уларҙың иң мөһимдәре төҙөкләндереү объекттары, инфраструктура проекттары исемлегенә һәм “Атайсал” республика башланғысына инде", – тине Руслан Насретдинов.

Анна Кузнецова аралашыуҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләне һәм үҙ эшенә битараф булмаған коллегаларына рәхмәт әйтте.

Фото: bashkortostan.er.ru

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас