Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Июль 2022, 18:30

Капиталь ремонтҡа льготанан кемдәр файҙалана аласаҡ?

Закон проекты тәүге уҡыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.

Капиталь ремонтҡа льготанан кемдәр файҙалана аласаҡ?
Капиталь ремонтҡа льготанан кемдәр файҙалана аласаҡ?

Пенсионерҙар өсөн республикала капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса льготаларҙан файҙаланыу һаҡланасаҡ. Был хаҡтағы закон проекты тәүге уҡыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.

“70 йәштәге һәм унан өлкәнерәк йәштәге торлаҡ хужалары өсөн капиталь ремонтҡа иғәнәләр суммаһының 50 проценты ҡайтарыла, ә 80 йәштәге һәм унан өлкәнерәк йәштәгеләргә – 100 проценты. Льгота эшләмәгән, айырым йәшәгән, эшләмәгән йәки 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарынан торған ғаиләлә йәшәгән пенсионерҙар өсөн ҡаралған. Был социаль ярҙам сараһының срогы 2022 йылда тамамлана, шуға күрә уны 2024 йыл аҙағына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителде”, - тине Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Фото: rbk.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: