Социаль контракт буйынса түләүҙәрҙең күләме артты. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе түбәндә күрһәтелгән күләмдә алырға мөмкин:
- 350 мең һумға тиклем - бизнес асыуға
- 200 мең һумға тиклем - табыш алыу маҡсатында ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә
Социаль контракт ярҙамында:
эш табырға
үҙ эшеңде асырға
шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтерергә
ауыр хәлде еңеп сығырға мөмкин
Социаль контрактты ауыр тормош хәлен еңеп сығыу һәм даими табыш алыуға өлгәшеү маҡсатында йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән граждандар төҙөй ала.
Социаль контракт аҡса түләүҙе генә күҙ уңында тотмай - һәр кем өсөн шәхси программа әҙерләнә. Ул проблемаларҙы хәл итергә һәм килем кимәлен арттырырға ярҙам итергә тейеш.
Социаль контрактты өс айҙан 12 айға тиклем төҙөргә була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда 1 марттан эшен юғалтҡан һәм мөрәжәғәт иткән ваҡытта эшһеҙ тип танылғандарҙың килеме иҫәпкә алынмай.
Социаль контракт төҙөү өсөн ғариза һәм документтар менән йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостандың Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдары түбәндәге һылтанмала: http://rcspn.mintrudrb.ru/offices
Социаль контракт төҙөү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - http://rcspn.mintrudrb.ru/posts/202211
Һорауҙарығыҙҙы шулай уҡ Башҡортостандың Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәренә "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны аша бирергә була: 8 (347) 200–80–80.