

Эш таба алмайһығыҙмы? Вакансиялар баҙарында һеҙҙең һөнәрегеҙ юҡмы? “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль программаһы ярҙамында бушлай ҡайтанан әҙерлек үтергә мөмкин.
Бының өсөн “Рәсәйҙә эш” порталына trudvsem.ru һылтанмаһы буйынса күсегеҙ: кәрәкле һөнәр һайлағыҙ һәм ғариза бирегеҙ.
Башҡортостан халҡына республика һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге уҡыу йорттарынан 1,5 мең белем биреү программаһы тәҡдим ителә. Көндөҙ, ситтән тороп, өйҙән сыҡмайынса дистанцияла уҡырға мөмкин.
Кем яңы һөнәрҙе бушлай ала һәм проектта нисек ҡатнаша ала – беҙҙең карточкаларҙа.
Ҡарағыҙ, өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ!