Социаль мәсьәлә
12 Июля 2022, 15:30

Хеҙмәт баҙары даими контролдә

Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн Башҡортостанға ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.

Хеҙмәт баҙары даими контролдәХеҙмәт баҙары даими контролдә
Хеҙмәт баҙары даими контролдә

Башҡортостан Хөкүмәтендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.

Уның әйтеүенсә, төбәктә хеҙмәт баҙарындағы хәл тотороҡло, эшһеҙлек кимәле 1,1 процент тәшкил итә, был 21 мең кеше тигән һүҙ.

"Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн Башҡортостанға ике миллиард һумдан ашыу федераль средстволар бүленде. Был күрһәткес буйынса бөтә төбәктәр араһында Башҡортостан икенсе урында тора. Средстволар 30 меңдән ашыу кешене эш менән мәшғүл итеүгә ярҙам итәсәк", – тине Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың әйтеүенсә, хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү буйынса өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе федераль үҙәк һәм республика властарының даими контролендә.

"23 июндә Рәсәй Хеҙмәт министрлығына эштән бушатылыу хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса тәртипкә үҙгәрештәр индерергә ҡушылды. Ваҡытлыса эш урындарында уларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге өс айҙан алты айға тиклем оҙайтылды. Был  нигеҙ булып торған ойошмаларға ҡағыла. Бындай ҡарар беҙгә республиканың эре эш биреүселәрен тотоп торорға ярҙам итәсәк", – тине Андрей Назаров.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса күрелгән сараларға туҡталды. Уның әйтеүенсә, өҫтәмә сараларҙа ҡатнашыусылар исемлеге даими киңәйә бара, бөгөн өҫтәмә сараларҙа 737 эш биреүсе ҡатнаша. Хәҙерге ваҡытта йәмәғәт эштәрен ойоштороуға 320 миллион һумға 629 эш биреүсе менән килешеү төҙөлгән. Финанс ярҙамын 268 эш биреүсе алған.

Эштән бушатылыу алдында торған хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса сараларҙа ҡатнашыусы эре предприятиелар иҫәбендә “НефАЗ”, “Туймазы автобетоновоздар заводы”, Бәләбәй “Автонормаль” заводы. Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, эштән бушатылыу алдында торған 8 282 хеҙмәткәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырырға кәрәк. 103 эш биреүсе 135 миллион һум күләмендә дәүләт финанс ярҙамы алған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас