Социаль мәсьәлә
12 Июль 2022, 07:47

Кемдәргә льгота ҡаралған?

1 сентябрҙән ғәмәлгә инә.

Рәсәй Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде.

Уға ярашлы, тотош илдә, уҡыу формаһына ҡарамаҫтан, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға льготалар биреүҙең берҙәм тәртибе ҡарала. Быға тиклем Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә өйҙә белем алған балаларға ҡоро паек бирелһә, икенселәренә аҡсалата компенсация булған, ә ҡайҙалыр бөтөнләй бер нәмә лә ҡаралмаған.

“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 79-сы статьяһына үҙгәрештәр барлыҡ төбәктәргә лә ошо льготаны файҙаланғанда берҙәм ҡараш һәм финанслау сығанағын билдәләй. Был аҡса муниципаль, төбәк йәки федераль бюджеттан бүленергә мөмкин. Закон 2022 йылдың 1 сентябрендә ғәмәлгә инер тип көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда мәктәптәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар ошондай хоҡуҡҡа эйә. Төбәктә бындай ҡыҙҙар һәм малайҙар 85 мең тирәһе тәшкил итә.

А. ӘХМӘТОВА

Читайте нас